Бөтә яңылыҡтар
Йәрминкәләр
1 Октябрь 2025, 10:42

25 килограмлыҡ ҡабаҡ!

Тап ошондай ауырлыҡтағы иҫ киткес ҙур йәшелсәне III «Б» синыфы уҡыусылары күргәҙмәгә ҡуйғайны. Ғөмүмән, ул көндө ғәжәпләндерерлек йәшелсә-емеш, һоҡландырырлыҡ ҡул эштәре, телде йоторлоҡ ризыҡ күп булды мәктәп ихатаһында. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә шул тиклем шәп әҙерләнгән йәрминкәгә!

25 килограмлыҡ ҡабаҡ!
25 килограмлыҡ ҡабаҡ!

108-се мәктәптә уңыш байрамы йыл һайын үтә. Әлегеһендә йыйылған аҡсаның бер өлөшөн уҡыусылар хеҙмәт кабинетын төҙөкләндереүгә ҡушты: яңыраҡ грант отҡайнылар, бүлмәне тағы ла матурыраҡ, уңайлыраҡ күргеләре килә, үҙҙәре шунда юна-йыша, бешеренәсәк бит. Хәҙер инде был кабинетта бөтә шарттар буласаҡ!
Һәр синыфтың өҫтәле нимә менән бул­һа ла тартып тора ине. Бына VIII «Б»-лар: мөйөштәрен милли стилдә биҙәгән. Баш­ҡорт аш-һыуы ҡу­йыл­ған, балаҫтар йәйелгән, ә үҙҙәре ниндәй ҡупшылар! Ҡыҙҙар – милли күлдәктәрҙә, малайҙар камзулда килгән. Башҡа өҫтәлдәр­ҙә иһә татар, урыҫ, үзбәк, грузин ризығы күренә ине. Уларҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша, һәр береһен тәмләге килә.
– Бөгөн бигерәк күңелле. Уҡыусылар концерт номерҙары ла әҙерләне. Иғтибар итегеҙ – бында үҙебеҙҙең уҡыусылар, ата-әсәләр генә түгел, күрше йорттарҙан да халыҡ ағыла, ҡыҙыҡһынып килеп еткәндәр, – ти директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Айнур Шайморат улы Сәхәүетдинов.
35 өҫтәл араһынан иң матуры ҡайһыһы икәнен билдәләү мөмкин дә түгел ине. Шуға ла һәр синыф ниндәйҙер номинацияға лайыҡ булды: «Алтын кәрзин», «Халыҡ йөрәге», «Иң тәмле өҫтәл», «Көҙгө аҡлан», «Илһам», «Кескәй баҡса»...
Байрамдан барыһы ла шәп кәйефтә таралышты.

25 килограмлыҡ ҡабаҡ!
25 килограмлыҡ ҡабаҡ!
25 килограмлыҡ ҡабаҡ!
25 килограмлыҡ ҡабаҡ!
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас