+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Йәрминкәләр
28 Май , 10:18

"Китап байрамы" башланды!

28 майҙан 30-ына тиклем Өфөләге Совет майҙанында дүртенсе тапҡыр «Китап байрамы» үтә. Ул төбәктәге иң билдәле китап йәрминкәһе һанала, республикаға «Рәсәй әҙәби флагманы» исеме лә тап ошо айҡанлы бирелде. 

"Китап байрамы" башланды!"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!

Быйыл байрамдың һәр көнө бер темаға арнала: халыҡтар берҙәмлеге, ғаилә ҡиммәттәре һәм ил тарихы. Ҡунаҡтар бында китап һатып алырға ғына килмәй. Программа иҫ киткес бай: осрашыуҙар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, сәхнә әҫәрҙәре, фильмдар, күргәҙмәләр, йыр-бейеү, балалар өсөн уйындар... Әлбиттә, гәзит-журналдар­ға яҙылыу ҙа ҡаралған. Дуҫыбыҙ, дәүләт хеҙмәткәре Вәсилә Атауллина беренсе булып "Йәншишмә"гә яҙылып та китте (фотоһүрәттә). Бөтә квитанциялар ҙа шәп бүләктәр оттороуҙа ҡатнаша!
Өфөлә йәшәүселәр, килегеҙ, күрегеҙ был шәп байрамды! Әйткәндәй, йәрминкәләр быйыл тәүге тапҡыр республика ауыл-ҡалаларында ла үтәсәк. Был һәр кем шәп мәҙәни сарала ҡатнаша ала, тигән һүҙ.

Автор фотолары.

"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!
"Китап байрамы" башланды!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас