

Өфөләге 108-се мәктәп уҡыусылары көҙгө йәрминкәне шул тиклем көтөп алғаны күренеп тора. Вәт әҙерләнгәндәр, исмаһам! Һәр синыф бер нисә өҫтәл ҡуйған, уларҙа нимә генә юҡ: төрлө ризыҡтан ҡул эштәренә тиклем.
Ә асыҡ микрофон? Теләгән уҡыусы йырлап, бейеп күрһәтә алды. Һәр кем яҡшы кәйефтә ҡайтты. Көндөң матур, ҡояшлы, хатта эҫе тороуы бигерәк тә яҡшы булды.