Ғәлиәкбәр Шаһи улы Шаһиев Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уларҙы Мәскәү ҡалаһын һаҡлау өсөн күсерәләр. Дәһшәтле яу барышында ул ябай һалдат винтовкаһы менән фашистарҙың ергә яҡын осҡан самолётын атып төшөрә. Бының өсөн Дан орденына лайыҡ була. Артабан ауыр яраланып, Чита ҡалаһының госпиталенә эвакуациялана. Аяҡҡа баҫҡас, демобилизациялана һәм тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Әмилә ХӘБИБУЛЛИНА, 8 йәш.
Минең олатайым Ғәлимйән Хәкимйән улы Хәкимйәнов 1899 йылда тыуған. Учалы районы Ахун ауылында йәшәгән, итексе булып эшләгән. Һуғышта ябай уҡсы булған. 1942 йылдың майында хәбәрһеҙ юғалған. Сталинград янындағы ҡаты һуғышта һәләк булғандыр, тигән фараз бар.
Дилара МИҢЛЕКӘЕВА, 7 йәш.
Мөхәмәтша Ғәбдрәхимов фронтҡа 1943 йылда үҙ теләге менән китә. 1943 – 1945 йылдарҙа фашистарға ҡаршы һуғыша. Полк разведчигы булып хеҙмәт итә, дошмандың күперҙәрен, тимер юлдарын шартлата. Илде дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнашып, «Праганы азат иткәне өсөн», «Будапешты алғаны өсөн», «Берлинды алғаны өсөн» миҙалдары, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Үҙенең улына фронтташ дуҫы Александрҙың исемен ҡушҡан. Дуҫы күперҙе шартлатҡанда Мөхәмәтшаны үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған.
Ике ордены, дүрт миҙалы бар
Йәнмырҙа Юныс улы Мырҙабулатов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, ябай һалдаттан элемтә бүлеге командиры дәрәжәһенә күтәрелә.1942 йылдың июлендә яраланып, октябргә тиклем госпиталдә дауалана, шунан Воронеж фронтына ебәрәләр.
Бөйөк Еңеүҙән һуң Румынияла хәрби кәрәк-яраҡтар келәте мөдире булып хеҙмәт итә. Ҡыйыу олатайым дүрт миҙал, Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә.
Виктория ИБРАҺИМОВА, 9 йәш.