+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Йәш рәссамдар ижады
2 Сентября 2023, 09:00

Иң оҫта рәссам кем?

Өфөлә Александр Тюлькин исемендәге XVI Халыҡ-ара балалар сәнғәте конкурсына йомғаҡ яһалды. Экспозицияны асыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 30 августа Өфө сәнғәт галереяһында үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң оҫта рәссам кем?Иң оҫта рәссам кем?
Иң оҫта рәссам кем?

Сараны асыу тантанаһында жюри рәйесе, Рәсәйҙең Һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Тәлғәт Мәсәлимов, 2-се балалар сәнғәте мәктәбе директоры Наил Мәзитов, идея авторы Ирина Севастьянова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Бәйге 1999 йылдан алып үткәрелә, хәҙер инде ул халыҡ-ара конкурсҡа әйләнеп китте, тиһәң дә була. Быйыл эштәр Беларусь Республикаһы, Израиль дәүләтенән, ә Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан иһә Архангел, Ленинград, Липецк, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Пенза, Ростов, Һамар, Смоленск, Томск, Силәбе өлкәләренән, Алтай, Красноярск, Краснодар крайҙарынан, Донецк, Ҡарасәй-Черкес, Удмурт, Ҡырым республикаларынан һәм башҡа төбәктәрҙән килгән.

3 мең 500-ҙән ашыу эш араһынан Гран-приҙы Өфөнән 17 йәшлек Диана Ғәрифуллина яуланы (уҡытыусыһы — А.А. Сухова). Ул “Боронғо Рус сиркәүе” һүрәттәр серияһын тәҡдим иткән.

Туҡһанлап конкурсанттың рәсеме “Иң яҡшы эш” исеменә лайыҡ булды, йәнә 620-гә яҡын ҡатнашыусы дипломант исемен яуланы. 8 уҡыусы Рәсәй рәссамдар союзының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһенән, Халыҡ-ара педагог-рәссамдар союзының беҙҙәге вәкиллегенән һәм “Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте” журналынан махсус бүләктәр һәм дипломдар алды.

Эштәр менән 13 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 34-се йорт адресы буйынса танышырға мөмкин.

Фото: vk.com.

Иң оҫта рәссам кем?
Иң оҫта рәссам кем?
Иң оҫта рәссам кем?
Иң оҫта рәссам кем?
Иң оҫта рәссам кем?
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас