

Йәй миҙгеле – рәссамдар өсөн иң көтөп алынған осор, ижади сәйәхәттәр ваҡыты һәм асыҡ һауалағы пленэрҙа ҡатнашыу мөмкинлеге. Натуранан төшөрөргә улар һәр ваҡыт шат. 22 ҡунаҡ араһында художество мәктәбе уҡыусылары, колледж студенттары, институт уҡытыусылары ла бар.
– Тәьҫораттарҙы аңлатып бөтөрлөк түгел. Был урын ғәжәп матур, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, – ти рәссам Рәмил Хәйрулла улы Мостаев. – Пленэрҙың төп маҡсаты – рәсем төшөрөргә өйрәтеү генә түгел, ә йәштәргә әйләнә-тирәләге матурлыҡты күрергә, үҙ ереңде яратырға һәм ошоно иҗад аша күрһәтергә ярҙам итеү, һәләттәрҙе үҫтереү. Темаһын Бөрйән тәбиғәтен һүрәтләү, ерле халыҡтың портреттарын төшөрөү тип алдыҡ.
Ҡунаҡтар Байназар мәктәбе интернатына килеп урынлашты. Мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкселегендә уларҙы яҡты йөҙ, йылы һүҙ, яҡшы уңайлыҡтар менән ҡаршы алдылар. Плэнерҙа яҡын-тирәләге ауылдарҙан да балалар ҡатнашты. Мәҫәлән, Мораҙым мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Айгөл Фәйзрахман ҡыҙы һәм Гүзәл Фәнис ҡыҙы менән килгән.
Рәссамдарҙың эштәре һуңынан күргәҙмәгә ҡуйылды. Үҙенсәлекле картиналар һоҡланыу уятты. Афарин!
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.