+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
21 Июнь 2018, 19:47

Көндөң үткәне лә һиҙелмәй

Беҙ килгәндә Сәйетбаба мәктәбе ҡарамағындағы «Йәйләү» тигән ял һәм һауыҡтырыу лагеры гөрләп тора ине. Берәүҙәр тәрбиәселәре менән ниндәйҙер эштәр менән булышһа, икенсе төркөмдәге ҡыҙ һәм малайҙар иһә йәшел хәтфәле спорт майҙансығында эркелгән уйынсылар сафын тулыландырған

Беҙ килгәндә Сәйетбаба мәктәбе ҡарамағындағы «Йәйләү» тигән ял һәм һауыҡтырыу лагеры гөрләп тора ине. Берәүҙәр тәрбиәселәре менән ниндәйҙер эштәр менән булышһа, икенсе төркөмдәге ҡыҙ һәм малайҙар иһә йәшел хәтфәле спорт майҙансығында эркелгән уйынсылар сафын тулыландырған.
– «Йәйләү» йәйге миҙгелдә өсөнсө йыл эшләп килә инде, – ти мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире Резеда Миңләхмәт ҡыҙы Рәхимова. – Бына әле 21 көнлөк сменала II, III, V синыфтарҙан 80-гә яҡын бала ял итә һәм сәләмәтлеген нығыта. Иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем улар беҙҙең тәрбиәселәр ҡарамағында. Ашханала ике тап­ҡыр туҡланалар. Бының өсөн ҡаҙнанан бер балаға көнөнә 108 һум аҡса бүленә. Шуны фай­ҙаланып, аш-һыуҙы төрләндерергә, балаларҙы витаминға бай емештәр­ҙән, йәшелсәнән өҙмәҫкә тырышабыҙ. Көн матур торһа, уйындарҙы тышта үткәрәбеҙ. Мөмкинлек булһа, иҫтәлекле урындарға, төрлө сәйәхәттәргә алып барабыҙ. Күрше Ҡаран­йылға ауылындағы күренекле тел ғилеме белгесе, яҙыусы һәм профессор Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейында булыу балалар­ҙың күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Үҙебеҙҙәге «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла иҫтәлекле ҡомартҡылар туплан­ған. Унда ла йыш йөрөйбөҙ. Быйылғы «Йәйләү» лагерының үҙенсәлеге лә бар. Башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен яҡшыраҡ өйрәнеү маҡсатында балаларҙы өс төркөмгә: «Табын ырыуы», «Кесе Табын ырыуы» һәм «Бөрйән ырыуы»на бүлдек. Ҡор башы итеп лагерь начальнигы, мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венер Сәхи улы Ҡунафиндың үҙен һайлап ҡуйҙыҡ. Ә үткерерәк балалар ырыу башлыҡтары булып уйнай. Тарихыбыҙҙы байҡау менән бергә милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Уҡыусылар мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белеп, рухлы булып үҫһендәр, тибеҙ. Урта һәм өлкән йәштәге балаларға хеҙмәт тәрбиәһе биреү хаҡында ла онотмайбыҙ. Ошо көндәрҙә лагерҙа ял иткән бишенселәр өсөн практика башланды. Артабан инде хеҙмәт сиреген график буйынса VI, VII, VIII, X синыф уҡыусылары дауам итәсәк.
«Йәйләү»ҙең «Бөрйән ырыуы» төркөмөнә ойошҡан өсөнсөләр менән яҡындан аралашыу һәм танышыу форсаты тейҙе.
– Әле бына данлыҡлы ырыуҙың тарихына ҡағылышлы материалдарҙы өйрәнә башланыҡ, – тип ҡаршы алды беҙҙе тәрбиәсе-педагог Ләлә Зәки ҡыҙы Юлбарыҫова. – Кескәйҙәр бөгөн ырыу ағасын эшләүҙә әүҙем ҡатнашты. Бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәгән райондарҙа ниндәй иҫтәлекле урындар бар – шундай һорауҙарға яуаптар эҙләйбеҙ. Юғиһә, Шүлгәнташ мәмерйәһе тураһында ла ныҡлап белеп етмәйҙәр. Бөрйән, Баймаҡ яҡтарынан ниндәй мәшһүр сәнғәт оҫталары һәм эшмәкәрҙәре сыҡҡан – шул хаҡта ла балаларға һөйләйбеҙ.
«Бөрйән ырыуы» төркөмөндәге балаларҙың тарихыбыҙға булған ҡыҙыҡһыныуҙарын күреп, ныҡ ҡыуандыҡ.
– Мин уҡыу йылын тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамланым. Лагерҙа ял итеү оҡшай. Төрлө уйындар уйнайбыҙ, спорт майҙансығында уҙышабыҙ. Бергә йыйылғас, көндәр йонсоу торғанда ла күңелһеҙләнергә урын юҡ, – ти шат йөҙлө Гөлназ Камалова.
Әлбиттә, ял һәм һауыҡтырыу лагерында физик тәрбиәгә һәм спорт ярыштарын ойоштороуға ҙур әһәмиәт бирелә. Мәктәп стадионында кесе йәштәге малай­ҙарҙың кинәнеп футбол уйнауына беҙ үҙебеҙ ҙә ҡыҙыҡһынып тамаша ҡылдыҡ.
– Кисә IV – V синыфтар­ҙың командаһы менән Ҡарағай мәктәбе лагерында булдыҡ һәм улар менән футбол майҙанында көс һынаштыҡ. 3:0 иҫәбе менән еңдек. Хәҙер улар беҙгә килергә йыйына, – тип үҙ ҡыуаныстары менән бүлеште физкультура уҡытыусыһы Илнур Ринат улы Шәйәхмәтов. – Лагерҙа балалар спортҡа ылыҡһындар, тибеҙ. Иртәнсәк улар менән гимнастика яһайбыҙ. Ярты сәғәт буйы төрлө күнекмәләр эшләүгә хәҙер күнегеп тә бөттөләр. Иртәнге аштан һуң һәр төркөм үҙ эштәре менән шөғөлләнә. Аҙаҡ тағы уйнайбыҙ, күреүегеҙсә, мәктәп стадионында футбол яланы ла, волейбол майҙансығы ла бар. Төрлө ярыштар үткәрәбеҙ. Еңел атлетиканы яратыусылар эстафетала уҙышты. Балалар өсөн бында көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Әле шау-гөр килеп, лагер­ҙы ябыу тантанаһы алдынан уҙасаҡ балалар һабантуйына әҙерләнәбеҙ.

М. ВИЛДАНОВ.


Ғафури районы.
Читайте нас: