«Дуҫлыҡ көнө», «Китап көнө», «Мажаралы көн», «Тәбиғәт ҡосағында», «Музыка көнө» кеүек төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы тәрбиәүи саралар ҙа уҙғарылды. Һәр бала бик теләп ҡатнашты. Фантазияға ла бай икән үҙҙәре! «Оҫта ҡулдар» түңәрәгендә һәр отряд ярышып, «Ижади эш» мөйөшөн йыһазландырҙы, хатта «Халҡым хазинаһы» музейын да булдырҙылар.
Ашнаҡсы апайҙар – Нәжиә Мерәҫева һәм Гөлсинә Абдуллиналар яҡты йөҙҙәре менән ҡаршы алып, көн дә балаларҙы тәмле аш, витаминлы һуттар, файҙалы салаттар менән һыйланы.
Ваҡыт тиҙ үтте. Балаларға лагерь менән хушлашыу мәле лә етте. «Минең лагерҙан ҡайтҡым килмәй…», «Лагерь оҙаҡ булһын ине», «Беҙҙе бында яҡшы ашаталар…», «Лагерҙа бик күңелле…» – тип әйтелгән һүҙҙәр үҙәктең эшенә юғары баһа ҡуйҙы.
Балалар рәхәтләнеп ял итте. Лагерҙа эшләүсе тәрбиәселәргә, ашнаҡсыларға, йыйыштырыусы Филүзә Әбделмәнова апайҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм.