Башҡортостанда йәш гвардеецтар власть органдары һәм йәмәғәт институттары менән бергә лагерҙарҙы тикшерә. Баш ҡала ситендәге «Аҡсарлаҡ», Шишмәләге «Энергетик», Әлшәйҙәге «Ҡарлуғас», Антон Чехов исемендәге шифахана, Ҡариҙелдәге «Юниор» исемлеләре үҙ баһаһын алды инде. Был тикшереү барышында район, ҡалаларҙағы лагерҙарҙың әҙерлектәре, балалар урынлашҡан урында йәшәү, туҡланыу һәм ял итеү шарттары өйрәнелә.
– Әлеге көндә тупаҫ тәртип боҙоуҙар табылманы, бөтәһе лә ҡанун талаптарына тап килә. Лагерь етәкселәре перспективалы проекттар, шарттарҙы яҡшыртыу өсөн нимә эшләгәндәрен дә һөйләй. Бына шундай һәйбәт практика булыуы ҡыуандыра, – тип билдәләп китте «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Йәш гвардия»һы етәксеһе Люциә Юлуева.
Әйткәндәй, мәғариф министрлығының реестрына инеүсе лагерҙарҙың һаны – 100-ҙән ашыу. Мониторинг үткәреү 20 июлгә тиклем дауам итәсәк әле.