+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
27 Июль 2018, 11:46
Балалар бәхетле булһын
Йәмле йәйҙең бер көнө балаларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. «Бәхетле булһын бала!» исемле йырлы-бейеүле, уйын-көлкөлө байрамға ҡыҙҙар, малайҙар күп килгәйне. Улар өсөн Баймаҡтағы «Ғаилә» үҙәге белгестәре – Римма Игебаева, Лилиә Фазлыева, Наталья Туленковалар төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо. Заманса бейенеләр ҙә, флешмобта, спорт уйындарында ла ҡатнаштылар. «Ғаилә» үҙәгенең юрисы Марат Әминев халыҡҡа бушлай юридик кәңәштәр бирҙе.

Ә Билал, Һәмән, Өмөтбай, Күгиҙел ауылдарынан быйыл беренсе синыфҡа барыусылар атай-әсәйҙәре менән ауыл китапханаһына йыйылды. Улар менән район, беҙҙең мәктәп психологтары – Эльвира Мукаева, Раушания Ғайсина һөйләшеү үткәрҙе, бергәләп фекер алыштылар. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең ойошма рәйесе Луиза Иванова, райондың балаларҙы яҡлау бүлеге белгесе Айгөл Хисаметдинова, Билал хәрби өҫтәл етәксеһе Фирҙәүес Бикйәнова менән берлектә ауыр хәлле ғаиләләрҙең өйҙәренә йөрөп, ниндәй ярҙам кәрәклеген асыҡланы.
Байрамда, райондан килгән белгестәрҙән тыш, Билал мәктәбенең ата-әсәләр комитеты рәйесе Әлфиә Йәрмөхәмәтова ла сығыш яһаны. Ҡунаҡтар китап, гәзит-журналдар менән ҡыҙыҡһынды, уларҙы Сәғилә Ғайсина тәмле сәй менән дә һыйланы.
Байрам үтте. Бөгөн генә түгел, һәр көн балаларыбыҙ ҡурсаулы, бәхетле булһын!
Райхана БУЛАТОВА, китапханасы.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән