+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
10 Август 2018, 15:25

Сибайҙа – динопарк

Һуңғы йылдарҙа асыҡ һауала урынлашҡан динопарктарҙың асылыуы йыш күҙәтелә. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән динопарк Әбйәлил районында урынлашһа, ошо көндәрҙә Сибайҙа «Динозавр» балалар паркы үҙ ишектәрен асты.

Һуңғы йылдарҙа асыҡ һауала урынлашҡан динопарктарҙың асылыуы йыш күҙәтелә. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән динопарк Әбйәлил районында урынлашһа, ошо көндәрҙә Сибайҙа «Динозавр» балалар паркы үҙ ишектәрен асты. Ул ҡаланың ял итеү паркында урынлашҡан. Магнитогорскиҙағы эшҡыуар Владимир Родионовтың башланғысы менән төҙөлгән был динопарк – алтынсыһы. Өфөлә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла ҡыҙҙар, малайҙар­ҙың ғына түгел, ололарҙың да ярат­ҡан урынына әйләнгән. Уны төҙөү эше менән шөғөлләнгән Радик Мөлөков әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа балалар ара­һында беҙҙең эраға тиклем меңәр йыл элек йәшәгән хай­уандарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. Уларҙың ихтыяжын иҫәпкә алып, ойошма был эш менән алты йылдан ашыу шөғөлләнә. Тәүгеһен Әбйәлил районы Үләндегүл янында асһалар, артабан Өфөлә филиал булдыралар, әле – Сибай ҡалаһында.

Бала саҡтың мөғжизәле донъя­һына алып ҡайтҡан күңелле йырҙар яңғыраған парк был көндө бәләкәстәрҙең сағыу тауыштарынан гөрләп торҙо. Мауыҡтырғыс динозаврҙар иленә сәйәхәттән улар шат ине. Барлығы 15 экспонаттан торған хай­уандар донъяһында ниндәйе генә юҡ!

Динопарктың асылыуы ха­ҡында ишеткәс, Айгөл Таштимерова ла балалары Ынйы­гөл, Ғәфүр, Камиланы һәм ҡунаҡ ҡыҙы Айымды алып килгән. Ынйыгөл менән Айым ҙур кинәнес һәм ҡыҙыҡһыныу менән динозаврҙарҙы ҡараһа, Ғәфүр бер аҙ шөрләңкерәй. Ике йәше лә тулмаған Камила ла әсәһе янынан китергә ашыҡмай.

Ысынлап та, бынан меңәр йыл элек йәшәгән стиракозавр, тиранозавр, протоцератопс, брахиозавр, дилофозаврҙар тере кеүек һиңә ҡарай. Хәрәкәткә килеп, үҙ тауыштары менән ҡыс­ҡыра башлаһалар, балалар түгел, хатта ололар ҙа шомланып китә. Шулай уҡ маймыл, фил һәм башҡа хайуандарҙы ла күреү мөмкинлеге бар. Тәү ҡарашҡа тик ятҡан кеүек тойолған крокодилдың ҡапыл ырғып «ташланыуы», ыжғыр тештәрен күр­һәткән динозавр­ҙарҙың хәрәкәтләнеүе – барыһы ла балалар өсөн мауыҡтырғыс һәм ғәжәп күренеш.
Сибай ял паркы директоры Илгиз Әхмәтшин әйтеүенсә, парк яңы һулыш ала, бында балалар өсөн мажаралы аттракциондар эшләй, бәүелсәктәр урынлаштырылған. Халыҡтың яратып өлгөргән урынына әйләнгән ял паркы майҙанында динопарктың да асылыуы икеләтә шатлыҡ. Берҙән, был киләсәктә паркка ял итеүселәрҙе йәлеп итергә ярҙам итһә, икенсенән, Урал аръяғының баш ҡалаһына әйләнгән Сибайҙа йәшәүселәр һәм ҡала ҡунаҡтары рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлегенә эйә.
Әйткәндәй, экспонаттарҙың барыһы ла сит илдә махсус заказ менән эшләнгән, санитар талаптарға яраҡлаштырылған. Һәр экспонат янында исеме урыҫ һәм латин телендә яҙылып, улар хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирелгән. Динозаврҙарҙың тауышы, хәрәкәттәре махсус ҡорамал ярҙамында башҡарыла. Балалар өсөн инеү хаҡы 100 һум булһа, ололарға 250 һумын сығарып һалырға тура килә. Радик Мөлөков белдереүенсә, мөмкинлектәре сикләнгән балалар­ға һәм уларҙы оҙатып килеүселәргә инеү бушлай.
Нисек кенә булмаһын, динопаркта үҙеңде боронғо заманда джунглиҙа йөрөгән кеүек хис итәһең, ҡайҙа ҡарама – имәнес һөйрәлеүселәр. Уларҙың хәрәкәтенән, тауышынан ниндәйҙер шом биләп ала. Нисә тапҡыр динопаркта булырға тура килһә лә, динозаврҙарҙы күреүҙән үк нисектер күңел шомланып ҡуя, ә инде хәрәкәтләнһә – ҡур­ҡып, ситкә тайпылыуыңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың…
Бына шулай, хәҙер сит илдәр­ҙәге динопарктарға ҡыҙығып йөрөй­һө түгел, үҙебеҙҙекенә рәхим итегеҙ!

Кәримә УСМАНОВА.

Сибай ҡалаһы.


Читайте нас: