+9 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
7 Сентябрь 2018, 15:44

«Ҡояшлы китапхана»ла

Йәйге айҙар китапханала нисек үтте һуң? Беҙҙә бик күңелле һәм файҙалы! Сөнки балалар өсөн 18 сара уҙғарыл­ды, уларҙа 366 бала, 70-тән артыҡ ололар ҡатнашты. Йәнә 10-дан ашыу китап, журнал күргәҙмәләре ойошторолдо, 100 дана самаһы башҡорт һәм урыҫ яҙыу­сыларының яңы китаптары менән таныштырҙыҡ. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы йәйге һауыҡтырыу май­ҙансыҡтарына йөрөгән балалар, 25-се, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре, Мраткин биҫтәһендә йәшәүсе ҡыҙҙар, малайҙар, атай-әсәйҙәр әүҙем булды.

Йәйге айҙар китапханала нисек үтте һуң? Беҙҙә бик күңелле һәм файҙалы! Сөнки балалар өсөн 18 сара уҙғарыл­ды, уларҙа 366 бала, 70-тән артыҡ ололар ҡатнашты. Йәнә 10-дан ашыу китап, журнал күргәҙмәләре ойошторолдо, 100 дана самаһы башҡорт һәм урыҫ яҙыу­сыларының яңы китаптары менән таныштырҙыҡ. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы ҡарамағындағы йәйге һауыҡтырыу май­ҙансыҡтарына йөрөгән балалар, 25-се, 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре, Мраткин биҫтәһендә йәшәүсе ҡыҙҙар, малайҙар, атай-әсәйҙәр әүҙем булды.


5 июндә «Ҡояшлы китапхана» тип аталған йәйге уҡыу залы эшләй башланы. Тәүге көндө башҡорт гимназияһының майҙансығында шағирә Тамара Искәндәриәгә арналған әҙәби-шиғри сәғәте менән асып ебәрҙек. Бер нисә көндән һуң балалар беҙҙең китапханаға экскурсияға килде. Улар өсөн Белорет ҡалаһының тыуған көнөнә арналған «Белореттың иҫтәлекле урындары» тигән виртуаль сәйәхәт сәғәте үткәрҙек.

44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре китап уҡығанды тыңларға бик әүәҫ. Улар ҡыҙыҡлы сараларҙы ла көтөп алды. «Минең Рәсәйемдең күп төрлө символдары бар» интеллектуаль уйыны, «Халыҡ әкиәттәрен уҡыйбыҙ» ҡысҡырып уҡыу сәғәттәре, «Беҙҙең урмандағы энәле дуҫтарыбыҙ» әҙәби-экологик сәғәте, «Хай­уандар донъяһында», «Үҫемлектәр донъя­һында» тип аталған телмәр үҫтереү дәрестәрендә бик теләп ҡатнаштылар. Ә 22 июнь көнөнә арнал­ған «Беҙ һеҙҙе хәтерләйбеҙ һәм иҫтә тотабыҙ» иҫкә алыу минутында ла күпте белеп ҡалдылар.

«Мәктәпкә әҙерләнәбеҙ» циклы буйынса «Ғаилә менән уҡыйбыҙ», «Беҙ йәшәгән планета» слайд-әңгәмәләр, «Әкиәт исемдәрен әйт» уйын-йомаҡ, «Ишегеңде киңерәк ас, әкиәтте ҡунаҡҡа саҡыр!» тигән әҙәби викторина, яҙыу­сылар Сергей Аксаковтың, Корней Чуковскийҙың ижадына арналған кисәлә балалар­ бер туҡтауһыҙ һорауҙарын яуҙыр­ҙы ғына.
Августа башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән осрашыуҙар үткәрҙек. Үҙебеҙҙең йәшел майҙансығыбыҙҙа башҡортса ҡысҡырып уҡыуҙар ойошторҙоҡ, әңгәмәләр, уйындар уҙғар­ҙыҡ. Улар китапхана буйлап сәйәхәт тә ҡылды, викторинала барыһы ла әүҙем ҡатнашты, «Корней Чуковскийҙың ижады» әҙәби сәғәте үткәрелде, башҡорт балалар яҙыусыларының яңы китаптарына байҡау яһалды.
Китапханаға ата-әсәләрҙең бәләкәй балалары менән көн дә тиерлек килеүҙәре тағы нығыраҡ шатландырҙы, улар менән ихлас аралашып, китаптар ҙа тәҡдим иттек. Кескәйҙәрҙең һорау­ҙары буйынса йәнһүрәттәр ҙә күрһәтелде. Аҙаҡтан ҡояш һүрәте эргәһендә фотоға ла төштөләр.
Ә инде 29 август беҙ китапханабыҙҙа «Йәйге уҡыу» акцияһын һәм «Ҡояшлы китапхана»ны ябыуға арналған «Глобуста булмаған ил буйлап» виртуаль сәйәхәт ойошторҙоҡ. Унда 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашып, Китап батшалығын һаҡлаған һаҡсы ярҙамында улар «ҙур ҡапҡаны асты». Шулай уҡ юлда осраған Мәскәй әбейҙең, уның апаһы Кикимораның, урман өйөндә йәшәгән Хужабикәнең, Тыуған яҡты өйрәнеүсе бабайҙың һорауҙарына яуап биреп, батшалыҡта йөрөп сыҡтылар, кисә аҙағында тәмле бүләктәргә лайыҡ булдылар.
Хәҙер инде уҡыу залы үҙ эшен ҡәҙимге режим буйынса дауам итәсәк. Рәхим итегеҙ!

Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.

Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: