Республикабыҙ Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин белдереүенсә, йәйге һәм мәктәп янындағы лагерҙар 390 меңдән ашыу баланы ҡабул итергә әҙер инде. Ошо маҡсаттан 1 миллиард 833 миллион 770 мең һум аҡса бүленгән: шуның 1 миллиард 500 миллион һумдан ашыуы – республика ҡаҙнаһынан һәм 272 миллион 200 мең һумы – муниципаль ҡаҙнанан. Ә республикабыҙҙа 1 мең 407 мәктәп ҡарамағындағы, 110 ҡала ситендәге, 37 палаткалы, 85 йүнәлешле, 985 хеҙмәт һәм ял лагеры, 27 балалар шифаханаһы эшләйәсәк.