Ул Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбендә ойошторолған. Лагерь етәксеһе Гөлназ Фәйет ҡыҙы Солтанова әйтеүенсә, 21 көн буйына 70 бала рәхәтләнеп ял итәсәк, улар менән 12 тәрбиәсе эшләй. Һәр көн иҫтәлекле, күңелле үтһен өсөн бында ниндәй генә саралар уҙғарылмай: «Танышыу», «Урыҫ теле», «Дуҫтар», «Йәнле тәбиғәт», «Театр», «Милли әкиәттәр һәм легендалар» көндәре....
Бергәләп төрлө уйындар уйнау ҙа бик ҡыҙыҡ! Ҡыҙҙар, малайҙарҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн төрлө түңәрәктәр ҙә бар. Ә ашнаҡсы Раушания Кашапова, Гөлназ Миңлемөхәмәтова апайҙары уларҙы көн дә тәмле, файҙалы ризыҡтар менән һыйлай. Барыһы ла бында ял итеүҙән бик ҡәнәғәт.