Ул 15 июлгә тиклем дауам итә. Бында республиканан ғына түгел, Мәскәү ҡалаһынан, Һамар, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан 80-дән ашыу бала ял итергә йыйылды. Аралашыу тулыһынса башҡорт телендә алып барыла.
«Йәйләү»ҙең программаһы бай йөкмәткеле, иң мөһиме ул тәрән мәғәнәгә, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Унда халҡыбыҙҙың матур уйындары, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҙур иғтибар бүленә. Башҡорт фильмдарын ҡарау, әкиәттәр уҡыу балаларҙың күңелен күтәрәсәк. Йола буйынса «Йәйләү һылыуҡайы» , «Йәйләү батыры» конкурстары үтәсәк.