+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
28 Июнь 2019, 12:51

Бөтәһе лә бында хәрбиҙәрсә ине

«Патриот» тип аталған хәрби-патриотик йүнәлешле лагерь, һәр йылдағыса, 1 июнь көнө асылды. Унда ун дүрт көн дауамында беҙҙең Хәйбулла районы Өфө ауылы мәктәбенең V – VIII синыфтарынан 20 уҡыусы ял итте.



Һәр яңы көн иртәнге зарядка менән башлана, артабан – йүгереү, дөйөм физик күнегеүҙәр, урынды йыйыштырыу, йыуыныу. Көн барышында уҡыу программаһы буйынса дәрестәр үткәрелде. Төшкө аштан һуң – ял итеү ваҡыты, ә артабан инде спорт буйынса һәм мәҙәни саралар ойошторолдо. Лагерҙың тәүге көндәренән үк беҙ, малайҙар, хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнә башланыҡ. Беҙгә Калашников автоматының ҡоролошон өйрәнеү, уны һүтеп-йыйыу кеүек практик күнекмәләр иң оҡшағаны булды, әлбиттә.

Лагерь программаһы төрлө байрамдарға, бәйгеләргә, викториналарға ла бай ине. Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы үтте.

«Патриот» Хәйбулла районының иң матур ауылдарының береһе Әбештә ойошторолдо. Мәктәбе данлыҡлы яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөтә. Беҙгә уның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы һәй­кәл асылыу тантана­һында булыу бәхете тейҙе. Ошо иҫтәлекле көнгә һәм Башҡортостандың 100 йыл­лығына арналған концертта ла ҡатнаштыҡ. «Патриот» һәм «Зарница» лагерҙарында ял иткән малайҙар хоры йәш армеецтар гимнын ғорурлыҡ менән башҡарҙы, ә спорт буйынса етәксе Фәрүәз Рәхмәтов һәм вожатый Ҡарлуғас Ильясова башҡорт халыҡ йырҙарын яң­ғыратты.

Һәр сарала малайҙар үҙҙәрен егетлектә һынап ҡараны, оҫталыҡтарын иҫбатланы. Төрлө нормативтарҙы яҡшы үтәгән өсөн өс малайға: Марсель Мөҙәрисов, Илмир Манишев һәм миңә береттар тапшырылды. Беҙ өлкән йәштәгеләргә, тыл хеҙмәтсәндәренә ярҙам да иттек.

Үҫмерҙәргә ошондай фәһемле һәм мауыҡтыр­ғыс ял ойошторған өлкәндәргә: лагерь етәксеһе Радмир Ниғмәтуллинға, вожатыйҙарға, ашнаҡсыларға, ҡарауылсыларға, йыйыштырыусыларға һәм, әлбиттә, беҙҙе хәрби хеҙмәт нигеҙҙәренә өйрәткән уҡытыусыбыҙ Рим Кәримовҡа – барыһына ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Тимур КӘРИМОВ.

Читайте нас: