+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
26 Июль 2019, 11:51

«Мөғжизәле сатраш илендә»

– Июль айында ниндәй иҫтәлекле көндәр бар, балалар? Беҙҙең һорауыбыҙға ҡыҙҙар, малайҙар төрлө байрамдарҙы һанап сыҡты.


– Эйе. Иҫтәлекле көндәргә байбыҙ шул. 1-е – донъя кимәлендә шашка, ә 12-һе – Рәсәйҙә шашка, шулай уҡ 20 июлдә Халыҡ-ара шахматсылар көндәре билдәләнә. Шашка-шахмат – кешенең аҡыл үҫешенә файҙа килтерә торған уйындар. Уй-фекерләү кимәлен яҡшырта. Хәтер һәм аҡыл һәләтен тәрбиәләүҙе шашка һәм шахматтан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай, – тип кисәне дауам иттек.

Китапханабыҙҙағы матур сара «Мөғжизәле сатраш илендә» тип аталды. Уйындың барлыҡҡа килеү тарихын тынлағандан һуң, балалар араһында шашка буйынса турнир башланып китте. Унда Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенән алты пар уҡыусы ҡатнашты. Ҡалған ҡыҙҙар, малайҙар иптәштәренә көйәрмән булып ултырҙы.

Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Финалға иң күп мәрәй йыйыусы дүртенсе синыф уҡыусыһы Арсений Беляев сыҡты. Турнирҙа ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусыларға ла иҫтәлеккә әҙәби китаптар таратылды.


Гөлкәй ӘЛМӨХӘМӘТОВА, район балалар китапханасыһы.

Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: