-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
16 Август 2019, 15:19

Лагерҙа дуҫтар ҙа таптыҡ!

Районыбыҙҙың ғәжәйеп матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Оло Әбеш ауылындағы «Йәйләү» лагерында ял иттем. Унда үткән ун ике көнөм каникулымдың иң матур мәлдәре булып иҫемдә ҡалды!



Тәүҙә барыбыҙ ҙа нисектер оялсан, ҡыйыуһыҙ инек. Күпмелер ваҡыт үткәс, бер-беребеҙ менән яҡынданыраҡ танышып, дуҫлашып алдыҡ, лагерь бөтөүгә инде яҡын дуҫтарға әйләндек.

«Йәйләү»ҙәге уҡытыусылар ҙа, вожатый ағай-апайҙар ҙа бик һәйбәт булды. Өйҙө һағынып киткән саҡтарҙа беҙҙе тыңлап, йыуатып, күңелдәребеҙҙе күтәреп ебәрәләр ине. Көн һайын төрлө-төрлө уйындар, мауыҡтырғыс саралар үткәрелде. Миңә бигерәк тә «Тап-тап», «Театр кисе», «Әлләсе», «Комик футбол», балалар һабантуйы оҡшаны.

Лагерҙа һәр көн үҙенсәлекле үтте. Иртәнге һигеҙҙә уянып, бергәләшеп зарядка яһап, йыуынып, ашап алғандан һуң, һәр төркөм үҙенең дәрестәренә ашыҡты. Ә улар ғәҙәти түгел ине. Мәҫәлән, башҡорт теле буйынса беҙҙе өс уҡытыусы килеп уҡытып йөрөнө. Олимпиадаларға әҙер­ләнеп кенә ҡалманыҡ, Хәйбулла районынан сыҡҡан бик күп билдәле шәхестәрҙең тормош, ижад юлы менән дә таныштыҡ.

Әллә ни билдәлелек тә алмаған, шундай талантлы, ябай ауыл ағинәйҙәре менән осрашыуҙар ҙа ойошторолдо. Миңә Йәнтеш ауылынан килгән, бик күп изге эштәр баш­ҡарған, йырҙары, мөнәжәттәре менән республика кимәлендә ҡатнашып, ҙур урындар яулаған сәсәниә Фәниә апай Арыҫланова менән күрешеү айырыуса оҡшаны. Ейәнсәре Әҙилә менән килеп, беҙҙе ҡыуандырып, һоҡланды­рып ҡайт­тылар. Фәниә апай шул тиклем матур мөнәжәттәр сығара. Тауышы бик моңло! Өфөнән ҡайтҡан ейәнсәре Әҙилә лә шиғырҙар, әкиәттәрҙе оҫ­та һөйләй. Ике сәғәтлек осрашыу «һә» тигәнсә үтеп тә китте!

Үрнәк ауылынан Рәүилә апай Ишемғолованы ла ҡыуанып ҡаршы алдыҡ. Ул да ауыл ағинәйҙәре етәксеһе. Шиғырҙар ижад итә. Рәүилә апай еңел булмаған бала сағы, тормошо, нисек итеп ижадҡа тотоноуы хаҡында һөйләне. Беҙ ҙә уға үҙебеҙҙең тәбиғәт ҡосағында ултырып яҙған шиғыр, иншаларыбыҙҙы уҡып ишеттерҙек. Ағинәйебеҙ эштәребеҙҙе яҡшы баһаланы, маҡтау һүҙҙәрен дә йәлләмәне.

Көндәребеҙ лагерь эсендә генә үтмәне беҙҙең. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарған, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Фазыл­йән Айса улы Суриндың өйөнә ҡунаҡҡа ла барҙыҡ. Ул беҙгә ошо төбәктә булған ер-һыу атамалары тарихын һөйләне. Ағинәй Вәлимә инәй Ҡыҙрасова оҙон көйҙәр йырланы, мөнәжәт әйтте. Шулай уҡ Әбеш ауылының шәхси эшҡыуарҙары менән дә осраштыҡ. Был осрашыу бигерәк ҡыҙыҡлы булды! Алмас ағай Илембәтов нисек итеп ҡымыҙ бешеүҙе күрһәтһә, Йәмил ағай Илембәтов һөт ризыҡтары – эремсек, ҡатыҡ, ҡорот хаҡында байтаҡ ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе.

Ә лагерҙың бер көнөндә ошо ауылда йәшәүсе Камил ағай Илембәтовҡа барҙыҡ. Ул беҙҙе урманға алып сығып, ҡурайҙың нисек үҫкәнен күр­һәтте. Балтырған, ҡымыҙлыҡ, оҫҡон кеүек үҫемлектәр менән таныштырҙы. Йәмле тәбиғәт ҡосағында ҡурайында уйнап, моңло итеп йырлап та ишеттерҙе.

Тағы ла Фәриғә инәй Илембәтованың өйөндә лә булдыҡ беҙ. Ул кем, тиһегеҙме? Мандолинала шәп уйнаған, үҙе ҡушылып йырлаған, 80 йәшкә етеп килгәндә лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып йөрөгән бик дәртле, әле күңеле менән дә йәш инәй. Беҙҙе ул бәлештәрен бешереп, яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды! Тәмле сәй табынында рәхәтләнеп һыйланып, мандолина көйөнә тыпырлашып бейеп, күңелдәребеҙ күтәрелеп ҡайттыҡ.

«Йәйләү» лагерында үткән һәр көнөм оҡшаны. Беҙ бында белем генә алманыҡ, ә күңелле һәм файҙалы ял да иттек. Иң мөһиме – яҡшы дуҫтар таптыҡ! Киләһе йыл тағы ла килербеҙ, тип моңһоуланып хушлаштыҡ.

Нурия СӘФИУЛЛИНА.

Өфө мәктәбе.


Һау бул, «Йәйләү»ем!

Лагерь инде тамамлана,
Бик тиҙ үттеләр көндәр.
Хәтерҙә уйылып ҡалды
Унда үткәргән мәлдәр.

Тура килә хушлашырға
Ҡайтҡы ла килмәй бер ҙә.
Ҡосаҡлашып илашабыҙ,
Һау бул, «Йәйләү»ем һин дә.

Гөлдәриә РӘХМӘТОВА.

Аҡьярҙағы 1-се мәктәп.

Һәр кемдең иҫе китер


Тәбиғәте һоҡландырғыс:
Ғорур-ғорур тауҙары,
Үҙҙәренә саҡырғандай
Их, сихри урмандары.

Һаҡмары сылтырап аға
Бейек тау араһынан.
Бала-саға ҡайтып инмәй
Йәмле йылға буйынан.

Әбештең матурлығына
Һәр кемдең иҫе китер.
Бында алған тәьҫораттар
Оҙаҡ-оҙаҡҡа етер.

Альбина МОТАЛОВА.

Онотмамын мәңгегә


Күҙ һалдым мин Һаҡмарыма,
Ҡараным урмандарға.
Был гүзәл тәбиғәтенә
Ҡала тик һоҡланырға.

Әбеш ауылы тауҙарын
Күҙәттем мин тәүгегә.
Шул илаһи минуттарҙы
Онотмамын мәңгегә!

Наҙгөл УЛТЫРАҠОВА.

Әбүбәкер мәктәбе, Хәйбулла районы.

Читайте нас: