Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә бәйле индерелгән сикләүҙәр арҡаһында 28 марттан 1 июнгә тиклем балаларҙың ялын һәм һауыҡтырыуын ойоштороу, йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек эштәре туҡталып торғайны. 12 майҙан йәйге лагерҙарҙы ремонтлау эштәре ҡабаттан тергеҙелде. Уларҙың һәр береһенә һауаны зарарһыҙландырыу, йоғошһоҙландырыу саралары һәм контактһыҙ термометрҙар алынасаҡ. Бөтә кәрәк-яраҡтарҙы һатып алыуға ҡаҙнанан 12 миллион һум аҡса бүленә.
Әлеге мәлдә министрлыҡ тарафынан сәләмәтләндереү һәм ялды ойоштороу реестры булдырылған. Унда планлаштырылған 2 мең 630 лагерҙан 2 мең 88-е ингән, шул иҫәптә 116 ҡала ситендәге стационар, 1 мең 131 көндөҙгө, 774 хеҙмәт һәм ял, 12 палатка, 55 йүнәлешле тематик лагерҙары. Илдәге эпидемиологик хәлгә ҡарап, республикабыҙҙа йәйге һауыҡтырыу кампанияһын 13 июлдән асыу күҙаллана. Был ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21-ешәр көндән ике смена йәки 14-ешәр көндән өс смена ойошторорға мөмкинлек бирәсәк.