-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
5 Июнь 2020, 09:10

Их, диңгеҙҙе күреп булырмы икән?

Был ҡороғорвирус халыҡтың йәйге ялын да боҙа.

Эйе, Башҡортостаныбыҙҙа ла ял итерлек матур урындар етерлек. Әммә йыл һайын диңгеҙ һыуының дауаһын алырға теләүселәр ҙә күп була. Коронавирус бөтә донъяны биләп алғанда, сит илгә барыу хәүефле. Сир тип тормай, туристар өсөн сиктәрен асыусылар ҙа бар. Был аңлашыла, ҡайһы бер илдәр туризм арҡаһында көн күрә бит. Барыһы ла быйыл ил эсендә туризм үҫешер, тип көттө, әммә әлеге ваҡытта үҙебеҙҙең Ҡара диңгеҙгә барыу мөмкинлеге лә сикләнгән. Краснодар өлкәһендә йәй башынан медицина лицензияһы булған ҡайһы бер шифаханалар ғына асылды. Унда карантин 6 июнгә тиклем ине, кисә 21 июнгә тиклем тағы оҙайттылар. Сәбәбе билдәле инде: етәкселәр ситтән коронавирус инеүенән ҡурҡа һәм һәр яуаплы өлкә белгестәре әлегә туристар өсөн сиктәрҙе асмауҙы хуплай. Юғиһә, 1 июндән үк халыҡ диңгеҙ күрергә ағыла башлаған, әммә пляждар ябыҡ әле. Краснодар крайында пропискаң булмаһа, ике аҙнаға обсерваторға ебәрәләр. Үҙ иҫәбеңә түгелме икән әле? Юғиһә, Ҡырымда шулайыраҡ, тип яҙалар. Краснодарҙа әле коронавирус менән бәйле хәл тотороҡланып килә-килеүен. 4 июнгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса унда бөтәһе 4 мең 148 кеше COVID-19 вирусын йоҡторған, 3 мең 6-һы һауыҡҡан. Йәй башланды ғына әле, ҡунаҡсыл Ҡара диңгеҙ буйынан изге хәбәрҙәр көтәбеҙ.
Читайте нас: