Балаларға йәйге ялдарының хәүеф-хәтәрһеҙ үтеүен, һыу буйында һаҡ булыуҙарын, бәләкәй туғандарын да иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙарын теләйбеҙ. Һыу инеү өсөн махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына рәхәтләнеп йөҙөгөҙ, сумығыҙ. Йылға, күл буйҙарына атай-әсәйҙәрегеҙ менән бергә йөрөгөҙ. Каникулығыҙ күңелле үтһен!