– Иртәнсәк лагерҙың чатында көн темаһы буйынса илһамландырыусы материалдар һәм оффлайн эш урынлаштырыла. Һәр көн бейеү күнекмәләре, тематик сәғәт, файҙалы оҫталыҡ дәресе үткәрелә. Иртәнге зарядканы ҡыҙҙар, малайҙар балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренер-педагогтары Эльмира Илһаметдин ҡыҙы Жувасина, Альбина Борис ҡыҙы Килдебаева, Азат Рәсүл улы Мәүлитов, Марат Ишбулат улы Хайсаров, Гөлнәзирә Зиннур ҡыҙы Хоҙайғоловалар менән бергәләп эшләй. Күңелле музыка аҫтында яһаған күнекмәләр балаларға дәрт өҫтәй, кәйефен күтәрә, – тип һөйләне Мораҡтағы балалар ижады үҙәге директоры, балаларҙың ялын ойоштороусы Сөмбөл Йәркәй ҡыҙы Хафизова.
Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының «Хеҙмәткә һәм оборонға әҙер» хәрәкәтен популярлаштырыу, күмәк спортты үҫтереү һәм үҫеп килеүсе быуынды сыныҡтырыу маҡсатында бөтә смена буйына фәнни-танып белеү фильмдары күрһәтелә, «Мин әҙер!» видеояҙмалар конкурсы ойошторола. Акцияның шарттары буйынса, ҡатнашыусылар комплекстың һынауҙар исемлегенә ингән күнекмәләрҙе яһарға тейеш.
Ә ниндәй лагерь дискотекаһыҙ үтһен инде! Уларҙы сәхнә оҫталары Илүзә һәм Илгизә Ниғәмәтуллиналар күңелле итеп ойоштора. Мауыҡтырғыс онлайн-флешмобтарҙы, яңы бейеү хәрәкәттәрен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен балалар көтөп ала. Әйткәндәй, Илүзә Рәфҡәт ҡыҙы – «Ҡыпсаҡ» өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе лә.
Лагерҙа ял итеүселәр көн һайын һәр ҡушылған эште үтәп, был турала онлайн-лагерҙың төркөмөнә йәки социаль селтәрҙәргә «Киләсәк быуын» хэштегы менән урынлаштыра бара. Кемдер өлгөрмәй ҡалһа, бер аҙ һуңлап та үтәй ала.
Бына шулай уҙа ял итеүселәрҙең көндәре. Сөмбөл Йәркәй ҡыҙы белдереүенсә, онлайн-лагерь тамамланғас, барлыҡ балаларға ла сертификаттар тапшырыласаҡ, ә иң-иң әүҙемдәре Почёт грамоталары менән бүләкләнәсәк.