12 июндән ул асылған, дуҫтар. Ирәмәл - туристарҙың иң яратҡан урындарының береһе. Был серле лә, изге лә һыналған тауға менеү - үҙе бер мөғжизә, тиҙәр. Йәй - сәйәхәттәр мәле, күптәрегеҙ Ирәмәлгә барыуҙы ла планлаштырғандыр. Тик унда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, шулай уҡ сүп-сар ҡалдырмағыҙ, тип мөрәжәғәт итә туристарға парк етәкселеге.