Күп балалы ғаилә балаларына. Йәғни өс һәм унан күберәк балалары булған ғаиләлә иң бәләкәсенә 18 йәш тулмаған икән, был ташлама һеҙҙең өсөн. "Рәсәй тимер юлдары" матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 19 июндән 31 авгусҡа тиклем поездарҙа 20 процентҡа түбәнерәк хаҡҡа сәйәхәт итә алаһығыҙ. Бының өсөн ғаиләнән берәү кассаға бөтәгеҙҙең дә паспортын йәки тыуыу тураһында таныҡлығын алып барып, "Рәсәй тимер юлдары Бонус"(РЖД Бонус) программаһының "Ҙур ғаилә" статусын алырға тейеш. Ташлама айырым-айырым йөрөгәндә лә яһала, тип яҙалар.