Ял итеү ваҡыты – 21 көн. Бында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 12-нән 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы ҡабул итеү күҙаллана. Улар олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа еңеүселәр араһынан һайлап алынасаҡ. Проекттың маҡсаты – һәләтле балаларҙы үҫтереү, ярҙам итеү, башҡорт теленә, башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәни мираҫына һөйөү уятыу.