-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
26 Июнь 2020, 13:58

Һай, уңған Саҙалы малайҙары!

Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Иртә таңдан алып кискә ҡәҙәр дауам итә. Әле береһен эшләйһең, унан икенсеһенә тотонаһың, өсөнсөһө лә көтөп тора...

– Әлдә әле ярҙам итергә уландарым бар. Уларһыҙ өлгөрөп тә булмаҫ ине, – тип ҡыуана Саҙалы ауылынан Регина апай Юлдашбаева.

Уның улдары Ғайса менән Искәндәр быйыл Ибрай мәктәбендә дүртенсе һәм етенсе синыфтарҙы бөткән. Йорт-ҡура тирәһендәге бөтә эштәрҙе емертеп эшләйҙәр. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар эше, тип ҡарап тормайҙар.

Шаян, аралашыусан Ғайса бигерәк тә себеш ҡарарға ярата. Уларға ашарға биреп, һыйлап ҡына тора. Кис еткәс, кире ояларына индереп, ябып ҡуя. Үҙе футбол уйнарға бик әүәҫ.

Искәндәр әсәһе нимә ҡушһа ла үтәй. Һауыт-һабаһына тиклем йыуып ҡуя. Һәр эшкә бик яуаплы ҡарай.

– Баҡсала ҡый үләндәрен дә утайҙар, йәшелсә-емешкә һыуын да ҡоялар. Еләккә лә йөрөйҙәр. Мал-тыуарҙы ла ҡарашалар. Яңыраҡ ҡына картуф күмеп бөттөләр, – тип маҡтай үҙҙәрен әсәйҙәре.

Атайҙары Хөрмәт күберәк ҡырға йөрөп эшләгәс, уларға бөтә ир-егеттәр эшен бер туғандар 24 йәшлек Рөстәм һәм 26 йәшлек Юнир ағайҙары өйрәтә. Әле өйҙәренә төкәтмә яһай башлағандар. Ғайса менән Искәндәр ҙә улар янында булышып, циркуляр бысҡы менән таҡ­та бысыу кеүек төрлө эш серҙәренә төшөнә.

Оҙон йәйге каникулда бер туғандар Ишембай һәм Салауат ҡалаларында йәшәүсе инәйҙәренә ҡунаҡҡа ла барып килә. Бер аҙна тирәһе булып, парктарҙа, иҫтәлекле урындарҙа йөрөп, матур тәьҫораттар менән ҡайталар. Шулай ҙа күп ваҡыттарын Ғайса менән Искәндәр атай-әсәйҙәренә йорт-ҡура тирәһендә эштәрҙә ярҙам итеп, һыу инеп үткәрә. Улар хаҡында: «Һай, уңған да инде Саҙалы малайҙары!» – тип әйтке килә.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Ейәнсура районы.

Читайте нас: