+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
26 Июнь 2020, 14:05

«Бәпкәләремдең атаһы бейеп кенә тора»

Фәнгизә Әлмөхәмәтова Һарғая башланғыс мәктәбенең III синыфын тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған. Әле йәйге ялды ҡаҙ бәпкәләрен ҡарау менән башлап ебәргән. Саҡ ҡына күҙҙән ысҡындырҙыңмы, ҡарға һағалап ҡына тора шул. Былай ата ҡаҙ бәпкәләрен ныҡ һаҡлай. Бик уҫал. Фәнгизә үҙе лә уларға яҡын барырға тырышмай. Сөнки ата ҡаҙ бәләкәстәре эргәһенән китмәй, улар янында көнө буйы бейеп торорға ла риза. Һәләк ҡыҙыҡ күренеш!


Үҙе бәләкәй генә булһа ла, Фәнгизә әсәһе Тәслимә Мөхәмәт ҡыҙының уң ҡулы ул. Өйҙә һауыт-һабаны, иҙәнде лә «һә» тигәнсе йыуып сыға. Гөлдәргә һәм баҡсалағы сәскәләргә йырлай-йырлай һыу ҡоя. Кис етһә, ҡош-ҡорттарҙы, малдарҙы теүәлләп, бикләргә лә ярҙам итә.

Ул кескәй генә сағынан ҡыҙыҡһыныусан, ныҡыш, сәмсел. Өс йәшенән төрлө һүрәттәр төшөрөргә, пластилиндан һындар әүәләргә, яратҡан ҡурсағына заманса модалы күлдәк, итәк тегергә өйрәнгән. Бер мәл ҡуңыҙ, күбәләк йыйыу менән мауығып китә. Роза апаһы студент сағында бөжәктәр буйынса курс эшен башҡарғайны. Унан күреп, Фәнгизә лә был шөғөлдө үҙләштерә. Әле әсәһе көлөп һөйләй: «Беҙҙе йонсотоп, йөҙәтеп бөттө ошо бөжәктәре менән. Саҡ туҡтаны был шөғөлөнән».

Үҙ һүҙле, тырыш ҡыҙ мәктәпкә бармаҫ уҡ хәрефтәрҙе үҙ аллы өйрәнеп ала. Ғөмүмән, ҡулында – гел йәтеш кенә сумка, ә уның эсе тулы яратҡан китабы һәм төрлө гәзит-журналдары. «Йәншишмә» гәзитен дә I синыфтан уҡый башлаған икән. Һай, афарин!

– Миңә күберәк шиғыр һәм әкиәттәр оҡшай. Бәләкәй сағымда әсәйемде эштән гел ишек төбөндә көтөп ҡаршылағанмын. Ҡулымда китап йә журнал булған. Өҙмәй ҙә ҡуймай, уҡы ла уҡы, тип берәр сәғәтләп арып ҡайтҡан әсәйемдән уҡытҡанмын, – тип һөйләй телгә әүәҫ Фәнгизә.

Был ҡыҙҙың яратҡан бесәйе лә бар әле. Уның исеме – Мурзик. Тағы ла төрлө таштар йыйыу менән шөғөлләнә. Өйҙәрендә ниндәй генәләре юҡ!? Фәнгизә йәйге ялында бер ҙә тик ултырмай, тиҙ генә сыға һалып, баҡсала ҡый үләндәрен утай, арып китһә, «тимер ат»ында елдереп йөрөп килә. Кискеһен ҡулына яратҡан гәзитен ала.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Бөрйән районы.

Читайте нас: