Әлбиттә, һәр көн, лагерҙарға хас булғанса, иртәнге күнекмәләр менән башланып китте. Унан инде балалар уҡытыусылар менән бергә төрлө-төрлө ҡул эштәре менән мәшғүл булды, ижади эш менән шөғөлләнде, викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Бынан тыш, ҡыҙыҡлы видеояҙмалар, фотолар ҙа төшөрҙөләр.
Район һәм республиканың билдәле шәхестәре менән аралашыу ҙа балаларҙың күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йәш техниктар станцияһы педагогы яҡташыбыҙ, күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Танһыҡҡужина менән онлайн-осрашыу үткәрҙе. Спорт мәктәбе педагогтары үҙ уҡыусыларын бөтә Рәсәй һәм республика ярыштары еңеүселәре Регина Нурмөхәмәтова һәм Роман Байсәйетов менән «күрештерҙе».
Онлайн-смена балаларҙың буш ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле итеп үткәреүгә, уларҙың тормошона ниндәй ҙә булһа яңылыҡ индереүгә лә булышлыҡ итте. Ҡыҙҙар һәм малайҙар актёрлыҡ һәм ораторлыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә алды, йорт хайуандарын дөрөҫ тәрбиәләргә лә өйрәнде. Гөл үҫтерҙеләр, ҡыҙыҡлы әйберҙәр эшләнеләр, онлайн-экскурсияларға барҙылар, тыуған яҡтың тарихын белделәр, спорттың яңы төрөн үҙләштерҙеләр.
Каникул булыуға ҡарамаҫтан, балалар онлайн-сменала әүҙемлек күрһәтте. Шуға ла беҙ файҙалы ла, күңелле лә үткән был ғәҙәти булмаған сара уҡыусыларға оҡшағандыр, тип ышанабыҙ.
Онлайн-лагерҙар тамамланды. Тик был өҫтәмә белем биреү учреждениеларының эше туҡталып ҡалды, тигәнде аңлатмай әле. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ тәрбиәләнеүселәре менән күнекмәләрҙе дауам итә. Мәҫәлән, балалар ижады үҙәгендә әле лә – «Өйҙә нөктә ру», йәш натуралистар станцияһында – «Бәләкәс экологтар», йәш техниктар станцияһында «Аҡыллы каникулдар» онлайн-лагерҙары эшләй, балалар һәм үҫмерҙәрҙең спорт мәктәбендә күнекмәләр үткәрелә.
Люциә СӨЛӘЙМӘНОВА, мәғариф бүлеге методисы.