Уйын 8 - 30 июндә 11-13 йәшлек уҡыусылар араһында өс этапта барҙы. Шарт буйынса һәр кем иртәнсәк Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтына инеп, шәхси кабинетта үҙенә маршрут алырға тейеш ине. Артабан унда бирелгән 6 эште (мәсьәлә, ребус, башватҡыстар, тыуған яҡ тарихы, мәҙәниәте, шәхестәр тураһында һорауҙар) үтәгәс, балаларға хәреф, һүҙ һәм фразаның өлөшө яҙылған асҡыс-код бирелде. Уны ҡатнашыусылар "Инстаграм"да ҡуя барҙы. Иң һуңынан тотош фраза барлыҡҡа килергә тейеш ине.
Ҡаланың һәр районына айырым майҙансыҡ бирелгәйне. Һәр этапта - 100-әр, бөтәһе 2 мең 100 тирәһе уҡыусы ҡатнашты. Өлкәнерәк синыфтарҙан 100 ирекмән уйын барышын күҙәтеүсе булды. Бөтә эштәрҙе лә теүәл үтәгән уҡыусылар араһында еңеүселәр билдәләнде.