-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
10 Июль 2020, 15:31

Көндәрегеҙ нисек үтә?

Дуҫтар, ә һеҙ йәй көндәрен нисек үткәрәһегеҙ? Һәр кем ошо өс айҙы үҙенсә фәһемле лә, файҙалы ла итеп уҙғарырға тырыша, шулаймы? Ә мин һеҙгә иң яҡын дуҫтарымдың йәйге ялдарын ҡайҙа һәм нисек үткәреүҙәре хаҡында еткерәм.


– Быйылғы йәй минең өсөн бик иртә килде. Ни өсөн тигәндә, май аҙағында уҡ йылы ҡояш нурҙары яҡшы кәйеф менән бергә йәй миҙгелен күңелемә һалып ҡуйған ине. Яратып, көтөп алған ялымды дуҫтарым менән ҡаршы алдым. Шунан башланды ла инде ҡыҙыҡлы мажаралар. Көн һайын беҙ ниндәйҙер күңелле сәйәхәттәргә сығабыҙ, усаҡ яғып, гитара уйнап йырлайбыҙ. Эҫе көндәрҙә Ағиҙел буйында ҡыҙынып, һыу инәбеҙ. Ғөмүмән, был яратҡан миҙгелемдең башы ғына әле. Алдағы көндәребеҙ тағы ла яҡшыраҡ булыр, тип уйлайым.

– Йылы йәй көндәрен туғыҙ ай буйы һағынып көтөп, ошо көндәрҙә матур итеп мәктәпте тамамлап, тантаналы байрамдар ойошторорбоҙ, тип өмөтләнһәк тә, быйылғы хәлдәр пландарыбыҙҙы боҙҙо шул. Ләкин бының өсөн бик ҡайғырмайым. Көндәремде БДИ-ға әҙерләнеп үткәрәм. Шулай уҡ, әлбиттә, атай-әсәйгә ярҙам итәм. Алла бирһә, киләһе айҙарҙа бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп, юғары уҡыу йортона инергә, тигән маҡсаттар менән йәшәйем.

– Ваҡытымды әрәм итергә яратмайым. Уҙған йыл йәйемде ауылда кибеттә ярҙамсы булып эшләп үткәрһәм, быйыл иһә Шүлгәнташ ҡурсаулығына экскурсовод булып урынлаштым. Бер минут та буш тормайбыҙ, хатта ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Көн дә ҡыҙыҡлы мажаралар, күңелле хәлдәр, шуның өсөн дә миңә был эшем бик оҡшай. Тағы ла үҙемә яңы дуҫтар таптым.

– Минеңсә, әлеге йылдың йәйе ныҡ иҫтә ҡалыр инде. Сөнки, беренсенән, коронавирус арҡаһында күп сикләүҙәр татыйбыҙ, икенсенән, һауа торошо бик ҡыуандырмай, ям­ғырҙар юҡ, өсөнсөнән, күбеһенсә урамда битлек кейеп йөрөргә тура килде.

Минең яратҡан кәсебем – йыл да емеш-еләк һатып, уҡыу­ға кейем-һалым, башҡа кәрәк-яраҡтар алыу. Быйыл да шундай пландар ҡорҙом. Бөтәһенә лә күңелле ялдар теләйем.

– Усаҡ яғып, дуҫтар менән бергә йыйылыуҙан башланып китте минең йәйем. Күп ваҡытым имтихандарға әҙерлек менән үтә. Ә буш сағымда әсәйемә ярҙам итәм, ҡустыларым, дуҫтарым менән күңел асабыҙ.

Бына шулай күптәр шәп уҙғара икән йәйҙәрен. Быйылғы бишенсе сирек тормошоғоҙҙа онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырһын!


Заһиҙә МОРАТШИНА.
Бөрйән районы, Мораҙым ауылы.


Читайте нас: