+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
15 Июль 2020, 12:08

Лагерҙар һаман асылмай әле

Бөгөн -15 июль. Лагерҙар эшләй башлар, тип көткәйнек. Әммә иртәрәк әле.

Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус пандемияһы cәбәпле иғлан ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға тағы ла үҙгәреш индергән. Мәктәп яны,ял лагерҙарын, балалар шифаханаларын асыу ваҡыты йәнә ике аҙнаға, йәғни 29 июлгә тиклем, кисектерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны кәмемәй, көн һайын арта ғына шул, 6 меңдән ашып китте. 14 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә бер сирленең үлеме тураһында билдәле булды. Банк, сауҙа нөктәләрендә битлек кеймәгәндәрҙе хеҙмәтләндермәйҙәр. Ҡайһы бер урынлдарҙа бирсәткә лә мотлаҡ әле.
Читайте нас: