Бер команда икенсе команданан:
– Ҡамыр-ҡамыр, ҡамсы,
Аға торған тамсы.
Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
– тип һорай.
Икенсе команда:
– Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙгә Буранбай кәрәк,
– тип яуап ҡайтара һәм бер-береһе менән ҡулдарын тотошоп көтөп тора. (Буранбай исеме бында миҫал өсөн генә алынды. Уйын барышында үҙегеҙҙең иптәшегеҙҙең исеме әйтелә).
Исеме әйтелгән бала йүгереп килеп, «сылбырҙы өҙөп» үтергә тейеш. Әгәр үтә алһа, шул команданан берәй кешене үҙҙәренә алып ҡайта, әгәр ҙә үтә алмаһа, үҙе шул командала «әсирлектә» ҡала.