+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
14 Август 2020, 14:54
Онлайн-лагерҙың рекордтарын булдырҙыҡ
Лицейыбыҙҙа «Суперсмена» тигән онлайн-лагерь эшләне. Уны ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырыштыҡ.
Тәүге көн «Таныш булайыҡ» тип аталды! Ул күңелле зарядка менән башланып, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы мауыҡтырғыс лагерь тормошона алып инде. Балалар бер-береһе менән танышты, үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне, фотоһүрәттәр менән бүлеште. Әлеге сменаның девизын, йырын өйрәнделәр. «Балалар йәнһүрәттәре геройҙары» онлайн-квизында һәр кем теләп ҡатнашты.
Икенсе көн ял итеүселәрҙе «Ғаилә янында» сараһы көтә ине. Ул «Мин йомаҡтар менән дуҫлашам» тигән күңелле программа менән асылды. Унан балалар йомаҡтар, ребустар систе, ғаилә тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе хәтергә төшөрҙө. «Минең ғаиләмдең таланттары» конкурсында ла әүҙем ҡатнаштылар. Бындағы күп ҡыҙҙар ҡул эшенә оҫта икән: бәйләйҙәр, тегәләр, сигәләр. Әсәйҙәренә ҡоймаҡ ҡойорға, бәлештәр бешерергә, компот, ҡайнатмалар әҙерләргә лә ярҙам итәләр.
Ошо көндө ҡыҙҙар һәм малайҙар Боронғо Грецияла Олимпия уйындарының барлыҡҡа килеүе һәм бөгөнгәсә үҫеше хаҡында видеояҙма ла ҡараны. Унан улар күп ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт алды, «Олимпия уйындары» викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Көн аҙағында «Гиннесс стилендә рекорд ҡуйыусылар» тигән күңелле шоу ойошторолдо. Бик ҡыҙыҡ булды ул. Ял итеүселәр онлайн-сменаның рекордтарын булдырҙы. «Иң ҙур аяҡлы малай» Азат Исламғолов булды, «Иң бәләкәй аяҡлы ҡыҙ» – Динә Иҫәнғолова. «Лагерҙа иң киң таралған исем» – Азалиә. «Иң оҙон фамилия» – Самира Юлмөхәмәтова, Лариса Виталий ҡыҙы Ғиззәтуллина. «Иң ҡара сәсле ҡыҙ» – Азалиә Батауллина, Аурика Фәйзуллина.
Һуңғы көн – «Тағы ла осрашыу өсөн хушлашабыҙ» тигән сара ла килеп етте. Ял итеүселәр йырланы, бейене, уйын һәм конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашты, иҫтәлекле открыткалар, миҙалдар, дуҫтарына сувенирҙар ҙа әҙерләне. Һәр береһе лагерға, дуҫтарына, вожатыйҙарға теләктәрен еткерергә лә онотманы. Онлайн-лагерь аҙағында әүҙем ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Почёт грамоталары тапшырылды.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА.
Ауырғазы районы,
Талбазы лицейы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән