+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
28 Август 2020, 16:21

Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙҙы

Мәктәбебеҙҙең «Йәйғор» лагерында 10 бала ял итте. Беренсе көн онлайн форматта үтте, «Яратҡан йәнһүрәт», тыуған яҡты өйрәнеү буйынса викториналар, «Был – мин» тигән челлендж ойошторолдо. Балалар бик матур сығыштар, тулы яуаптар менән ҡыуандырҙы.

Икенсе көнөбөҙ офф­лайн рәүештә уҙҙы. Эшебеҙ ҡыҙ­ҙар, ма­лай­ҙарҙың темпе­ратураһын үлсәү, битлек, бирсәткәләре бармы-юҡмы икәнлеген тикшереүҙән, хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, ҡултамға алыу­ҙан башланды. Шунан инде уҡыусылар менән берлектә «Башҡорт­останымдың йөҙөк ҡашы» һәм «Икмәк – бөтәһенә лә баш» темаларына презентация-викторина үткәрҙек. Бында беҙ рес­публикабыҙ тәбиғәте, милли ризыҡтарыбыҙ менән та­ныш­тыр­ҙыҡ. Ял итеүселәрҙе ауылыбыҙ эшҡыуарҙары, икмәк бешереү цехын асҡан Гөлназ һәм Вәхит Нурасовтар янына экскурсияға ла алып барҙыҡ.

Өсөнсө көн «Саф һауа – күңелгә дауа» тип аталды. «Педаль әйләндерәм» акцияһына ярашлы, һәр бала велосипедта килде, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрөп алдыҡ. Өйгә эш тә бирел­гән ине. Балаларҙың шул тиклем отҡор, шәп икәнен белдек. Артабан саф һауала төрлө хәрәкәтле уйын­дар уйнаныҡ. Ҡыҙҙар, малайҙар күңелле һәм файҙалы ял итеп, өйҙә­ренә ҡәнәғәт булып таралышты. «Нептун көнө», йылға буйында ҡомдан ҡаласыҡтар төҙөп уйнау ҙа барыһына ла бик оҡшаны.

Бының өсөн Баймаҡ районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Әдиф улы Зәйнуллин­ға, лагерҙа уҙған һәр сараны сайтта сағыл­дырыу­сы, беҙҙе дәртләндереп, ярҙам итеүсе методист Люциә Йомабай ҡыҙы Сөләймәноваға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Фәриҙә ҠАҺАРМАНОВА, Муллаҡай мәктәбе филиалы етәксеһе.
Баймаҡ районы.

Читайте нас: