Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған ҡарар буйынса «Асылыкүл» һәм «Ҡандракүл» парктарына инеү бер кешегә 250 һум буласаҡ. «Еҙем», «Ирәмәл» һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарында ял итеү өсөн 200 һум түләйәсәкбеҙ. Башҡа махсус һаҡланған биләмәләргә инеү хаҡы - 150 һум.