+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Йәйге ял
6 Мая 2021, 13:36

"Артек"ка нисек юллама алырға?

Күптәр, "Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгенә эләгеү мөмкин түгелдер, тип уйлап яңылыша. Унда юлламаларҙың 95 проценты бушлай икәнен белеүселәр ҙә әҙ. "Российская газета"ла "Артек"ка барыу ысулдары тураһында яҙғандар.V - XI синыф уҡыусылары ял итә ала. Әлбиттә, юлламалар уҡыуҙағы, спорттағы, ижадтағы һәм башҡа йүнәлештәрҙәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә.

Быйыл халыҡ-ара балалар үҙәге Рәсәйҙән 32 мең баланы ҡабул итергә әҙер. Бөтәһе 15 смена эшләйәсәк.
Юллама алыуҙың төп юлы - АИС "Путевка" махсус мәғлүмәт системаһына үҙең тураһында белешмәне теркәү. Портфолиоңды, уңыштарың өсөн дипломдарыңды. Ҡыйынлығы юҡ: АИС "Путевка" һылтанмаһы аша үтеп теркәләһең, анкета тултыраһың, ябай мәктәп конкурсынан башлап халыҡ-ара олимпиадала еңгән өсөн алған бөтә диплом, грамоталарыңдың күсермәләрен йөкләргә кәрәк. Шунан үҙең теләгән сменаны һайлайһың да ғариза ебәрәһең. Система автоматик рәүештә һиңә баһа ҡуя, йәғни һәр уңыш өсөн билдәле балл ҡуйыла. Район кимәле менән сағыштырғанда, республика, ил кимәлендәге еңеү юғарыраҡ баһалана, әлбиттә. Рейтинг юғарыраҡ булған һайын, "Артек"ка эләгергә ышаныс та ҙурыраҡ була. Әйткәндәй, түләүле юллама алыу өсөн дә ҡаҙаныштар булыуы мөһим.
"Артек"ка эләгеүҙең тағы бер ысулы - лагерҙың тематик партнерҙарынан юллама отоу. Ошо һылтанма - https://artek.org/dlya-partnerov/partners аша үтеп был турала тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.
Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып та юлламалы була алаһығыҙ. Мәҫәлән, быйылғы "Ҙур тәнәфес" конкурсына V - VII синыф уҡыусылары 20 майға тиклем, ә VIII - X cиныфтар 15 июнгә тиклем теркәлеү үтергә тейеш.
Ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, уҡыусылар!
Фото: dosaaf82.ru
Читайте нас