+21 °С
Облачно
VK
OK
Telegram
Йәйге ял
2 Июня 2021, 09:42
«Аҡыллы йәй» һеҙҙе көтә
Йәйге каникул осоронда Башҡорт дәүләт университеты мәктәп уҡыусылары өсөн «Аҡыллы йәй» тигән өҫтәмә үҫтереүсе программа булдырған. Уға ярашлы, тәжрибәле педагогтар, психологтар, вожатый-аниматорҙар 7-нән 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә, лидерлыҡ сифаттарын асырға, аң даирәһен киңәйтергә ярҙам итәсәк, уҡыу менән бергә ял да ойоштороласаҡ.
Был программала өс смена ҡаралған: «Һанлы инкубатор», «Йәш ғалим», «Көнсығыш ҡумтаһы». Тәүгеһе 21 июндән 2 июлгә тиклем дауам итһә, икенсеһе - 5 июлдән 16 июлгә, өсөнсөһө 19 июлдән 30 июлгә тиклем барасаҡ. Лагерь барышында балалар мәғлүмәт системаларын, инглиз, Ҡытай, Корея телдәрен, социаль селтәрҙәрҙе, актёрлыҡ оҫталығын өйрәнәсәк. Университет лабораториялары менән танышасаҡтар, уҡытыусылар етәкселегендә фәнни тәжрибәләрҙә лә ҡатнашасаҡтар. Уларҙы Өфөнөң тарихи-мәҙәни урындары буйлап экскурсиялар ҙа көтә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса
https://ino.bashedu.ru/project_management2/
алырға мөмкин.
Фото:
https://bashedu.ru/
.
Читайте нас
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...