Милләттәштәребеҙ аҙна дауамында туған телебеҙҙә аралашасаҡ, төрлө ярыштар, конкурстарҙа көсөн һынаясаҡ. Улар өсөн экскурсиялар ҙа ойоштороласаҡ.
Әйткәндәй, республика Башлығының туған телдәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына уҙған «Беренсе + төбәк-ара балалар проекты»ның төп маҡсаты – мәҙәниәткә, телгә, халҡыбыҙ тарихына һөйөү тәрбиәләү.