+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Йәйге ял
25 Июня 2021, 06:53

Ауылда рәхәт!

Ныҡ рәхәт тә ин­де ауылда! Каникул етеү менән шунда олатай-өләсәй янында туйғансы ял итәһең.


Өфөнән ағалы-ҡустылы Линар менән Динар ҙа түҙем­һеҙләнеп көтөп алды йәйге каникулды. Июндең беренсе аҙнаһында уҡ Мишкәлә йәшәүсе олатай-өләсәһенә ҡайтып төштөләр. Ә унда бер үҙҙәре генә түгел шул. Балалар күмәк йыйылып китә. Бергәләп ял итәләр.

Олатаһының һарайында мал-тыуары күп. Эре мал, һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрай ул. Көнөнә әллә нисә тап­ҡыр яландағы быҙауҙарға һыу эсереү, ҡошсоҡ­тар­ҙы ашатыу ма­лай­ҙар­ға ныҡ оҡшай. Ә киске­һен өлә­сәй­ҙәре яңы ғына һауылған йылы һөт, айыртылған ҡаймаҡ менән һыйлауы – үҙе бер күңелле мәл!


Әйткәндәй, Линар уҡыу алдын­ғыһы – тик «бишле» билдәләренә генә уҡый, ҡустыһы Динар ҙа ағаһынан ҡалышмай, ул быйыл беренсене тамамлаған. Әлегә билдә ҡуймаһалар ҙа, уҡытыу­сыһы үҙен: «Тырыш малайһың, һин дә «бишле»гә генә уҡырға булдырыр­һың», – тип маҡтаған икән.

Бына шулай малайҙар ауылда күңелле ял итеп тә, ярҙам итеп тә өлгөрә.

Дилара АРСАЕВА.
Читайте нас