+21 °С
Болотло
VKOKTelegram
Йәйге ял
26 Июнь 2021, 07:47

Өфөнө күреп ҡайттыҡ

Бала саҡта кем генә баш ҡалаға сәйәхәт ҡылырға хыялланмай икән?!

Ә бына беҙҙең был теләгебеҙ тормошҡа ашты. Күптән түгел, ҡояшлы май айында, беҙгә, бер төркөм уҡыу­сыларға, «Аҡыллы ялдар» сәйәхәте ойошторолдо. Районыбыҙҙың мәға­риф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы Рәхимова, уҡытыусыларыбыҙ Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова һәм Йондоҙ Рәмил ҡыҙы Хисаметдинова оҙатыуында беҙ Өфөгә юлландыҡ.

Телевизор аша ғына күргән «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһында беҙ­ҙе йылы ҡаршы алдылар. Шу­ныһы ҡыуан­дыр­ҙы: билдәле тележурналист, «Тамыр» балалар телеканалы директоры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡол­һарина экскурсияны ла хәстәр­ләп ҡуй­ған ине. Студия һәм БЮТ каналы буйынса сәйәхәт ойошто­роу­сы Ләйсән Мәзито­ва ла «Ҡош юлы» тапшырыуы нисек төшөрөлөүе тураһын­да ҡыҙыҡлы итеп һөйләп бир­ҙе.Беҙҙе бында сюрприз да көткән. Легендар шәхес бул­ған Рәсәй шашкасыһы, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Тан­һыҡҡужинаны осраттыҡ!

Салауат Юлаев исе­мендәге майҙанда Баш­ҡорт­остан Республикаһының «АРТ-Ҡоролтай» мәҙәни форумы барышында «CIOFF® VI Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем 50 көн» кире иҫәпте асыу тантанаһы бара ине. Баш­ҡорт халҡының арҙаҡлы улдары, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн тәнен-йәнен аямаған, азатлыҡ өсөн көрәшкән Салауат Юлаев һәм Шәйехзада Бабичтар менән осрашҡандай булдыҡ. Улар­ҙың һәйкәлдәре эргәһендә иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.

Был көндө Башҡорт­ос­тандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы, Беренсе донъя һәм граждандар һу­ғыштарында ҡатнашыусы Шә­һит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейҙа легендар шәхес тураһында бик күп мәғлүмәттәр белдек. Шулай уҡ Башҡорт­остан Республикаһының 50-нән артыҡ тыуған яҡты өйрәнеү му­зейҙарын берләш­тергән Башҡортостан Рес­публикаһының Милли музе­йында тарихҡа бай экспонат­тар менән таныштыҡ. Арта­бан сәйәхәтебеҙ барышында Баш­ҡорт­тар­ҙың Рәсәйгә ҡушы­лыуына 400 йыл тулыу айҡан­лы 1965 йылда Ағиҙел ярында ҡуйылған һәйкәл – Дуҫлыҡ монументы янында ла туҡтал­дыҡ.

Бына ошолай беҙгә бер көнлөк «Аҡыллы ялдар» ойошторолдо. Онотолмаҫ тәьҫораттар алып, бай мәғлүмәттәр, рухи байлыҡ тейәп ҡайттыҡ Әб­йәлилгә.

Был бәхет кемдәргә эләкте, тиһегеҙме? Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡат­на­шыу­сыларға, туған телебеҙ – башҡорт телен сикһеҙ яратыу­сыларға һәм һәләтлеләргә. Беҙҙе илһамландырыусы Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙына, Альбина Ринат ҡыҙына, Йондоҙ Рәмил ҡыҙына, фатихаһын биргән мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Харис улына, водителебеҙ Фәнис ағайға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.


Светлана КИЛМӨХӘМӘТОВА, йәш хәбәрсе.

Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас