+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Йәйге ял
27 Июня 2021, 08:47

Шат тауыштарҙан күл буйы шау-гөр килә

Виктория» спорт-һауыҡтырыу лагеры 2009 йылда асылған.




Бында теләгеңә һәм һәләтеңә ҡарап, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә мөмкин: һүрәт төшөрөү студияһы, өҫтәл теннисы, футбол, баскетбол, йөҙөү секциялары... Шуныһы шәп: һыу инеү миҙгелен дә асҡандар. Ҡыҙылға күленең һыуы йылы, урын махсус кәртәләнеп алын­ған, инструкторҙар күҙәтеүе аҫтында рәхәтләнеп йөҙөргә була.

Көн һайын төрлө саралар – күңелле старттар, спорт ярыштары, һүҙ оҫталары бәйгеһе. «Халыҡтар дуҫлығы» фестивалендә һәр отряд бер илдең мәҙәниәте, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы менән таныштыра. «Һаулыҡ көнө»ндә табип менән әңгәмә, насар ғәҙәттәр тураһында фильмдар ҡарау ойошторола. «Беҙ – блогерҙар» тигән конкурс та бик оҡшай уҡыусыларға. Тәүҙә видео төшөрәләр, шунан бергәләп ҡарап, тауыш биреү юлы менән иң шәп блогерҙарҙы билдә­ләйҙәр.

– Лагерҙа ял итеү бик оҡшай. Бер ҙә буш торғаныбыҙ юҡ. «Бөтәһенән дә яҡшыраҡ», «Евровидение», спорт саралары ойошторола. «Халыҡтар дуҫлығы» фестивалендә беҙҙең отряд Ҡытай менән таныштырҙы. Мин үҙем уҡыу мәлендә физкультура-һауыҡтырыу комплексына футбол секцияһына йөрөнөм. Бында ла рәхәтләнеп туп тибәм, – ти Ҡырмыҫҡалы гимназияһының V синыфын «бишле»гә генә тамамлаған Алмаз Аҙнабаев.

Лагерҙа йәй буйы өс смена эшләйәсәк. Бөтә санитар-гигиена талаптары үтәлеп ойошторола балаларҙың ялы. Һәр смена «Һаубуллашыу усағы», ҙур концерт менән тамамлана.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас