+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Йәйге ял
2 Июля 2021, 09:18

Көндөҙгө мәктәп лагерында

Уҡыуҙар күптән тамамланһа ла, был мәктәп эсе шаулап-гөрләп тора ине. Көндөҙгө ял лагерына йыйылғандар икән.

Көндөҙгө мәктәп лагерындаКөндөҙгө мәктәп лагерында
Көндөҙгө мәктәп лагерында

– Беҙҙә балаларға күңелле, – тип ҡаршы алды лагерь начальнигы Елена Александровна Ульянова. – I – VI синыф уҡыусылары 8 отрядҡа бүленеп, һәр көнөн матур үткәрә. Барлығы 184 бала 21 көн буйы ял итә. Улар төрлө уйындарҙа ҡатнаша, һаулыҡтарын нығыта. Көнөнә ике тапҡыр ашатабыҙ, өҫтәлдән витаминлы ашамлыҡтар, емеш-еләк өҙөлмәй.
Лагерҙың исеме «Ал елкәндәр» икән. Балаларҙың һәр көнө ҡыҙыҡлы һәм фай­ҙалы үтһен өсөн башланғыс синыф уҡытыусылары тырыша, күп көсөн һала. Бында улар – отрядтарҙың етәксеһе лә, вожатайы ла, тәрбиәсеһе лә. Хәүефһеҙлек өсөн дә яуаплылар. Малайҙар һәм ҡыҙҙар менән бергә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашалар, экскурсияларға сығалар. Бына яңыраҡ райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, балалар китапханаһында булғандар.
– Лагерҙа миңә бөтәһе лә оҡшай, – ти V синыфты тамамлаусы Оля Голынчева. – Ҡыҙыҡлы саралар үтеп кенә тора. Тәмле итеп ашаталар.
Һәр отрядтың үҙ программаһы төҙөлгән. Мәҫәлән, «Дуҫлыҡ»та Ер көнөнә әҙерлек барһа, ә «Туристар» шахмат уйнау менән мәшғүл ине. «Dream Team» отрядының «Һөнәрем – ҡотҡарыусы» тигән күргәҙмәһен ҡарап та һоҡландыҡ. Һүрәтте оҫта төшөрәләр икән.
Ә шулай ҙа беҙ күп балаларҙы мәктәп эргәһендәге «Һаулыҡ» стадионында осраттыҡ. Унда спорт яратыусылар өсөн тренажёрҙар ҡуйылған. Берәүҙәр туп типһә, икенсе урында волейбол ярышы бара. Бер ситтәрәк сыр-сыу килеп «Бесәй-сысҡан» уйнайҙар ине.
Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың рәхәтләнеп ял итеүҙәрен, уларҙың шат йөҙҙәрен күреп, беҙ ҙә быға ихлас һөйөндөк. Әйҙә балаларға шулай матур йәй бүләк итәйек!

М. СӘЙЕТОВ.
Көйөргәҙе районы,
Ермолаевтағы 1-се мәктәп.

Көндөҙгө мәктәп лагерында
Көндөҙгө мәктәп лагерында
Көндөҙгө мәктәп лагерында
Көндөҙгө мәктәп лагерында
Көндөҙгө мәктәп лагерында
Көндөҙгө мәктәп лагерында
Көндөҙгө мәктәп лагерында
Читайте нас