

Бына әле оҙон каникулдарында һыу буйында ял итәләр. Уларҙың оло өләсәләре Мәсетле районының Йыланыш ауылында йәшәй. Ҡыҙҙар Әй йылғаһында рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙыналар. Шулай уҡ оло өләсәләренә йорт эшендә лә ярҙам итәләр. Афарин, гел шулай булығыҙ, ҡыҙҙар!