+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
15 Август 2021, 13:20

"Йәйләү"ҙә йәйләнеләр

Туған телебеҙгә һөйөү бәләкәй саҡтан уҡ башлана.

"Йәйләү"ҙә йәйләнеләр
"Йәйләү"ҙә йәйләнеләр

Балалар баҡсаһында, белем усағында дауам ителә. Был йәһәттән республикабыҙҙа эшләп килгән «Йәйләү» йүнәлешле лагеры ла ҙур өлөш индерә, ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы рухи һәм физик яҡтан сәләмәтләндерергә, телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү уятырға ярҙам итә. Күренекле яҙыусы, педагог, ил инәһе, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаеваның авторлыҡ прог­раммаһы буйынса балаларҙың ял итеүен һәм сыныҡтырыуын ойоштороуҙа 20 йылдан артыҡ бай тәжрибә тупланған. Үткән йылда «Йәйләү» йүнәлешле сменаһының онлайн рәүештә үткәрелеүе республикабыҙҙан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән, хатта Германия, АҠШ, Төркиә, Бельгия, Италия, Канада, Израилдән дә ҡатнашырға мөмкинлектәр асҡайны. Шуға быйыл да был йүнәлештә эште дауам итергә ҡарар ителде.

Республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин «Йәйләү» йүнәлешле онлайн-сменаһын асып, былтырғы әүҙем ҡатнашыусылар туған телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, илебеҙ тәбиғәтенә һөйөүҙәрен күр­һәткәйне, тип билдәләне. Быйылғыһы ла ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс үтһен өсөн әлеге программаның авторы Мәрйәм Бураҡаева, тәжрибәле уҡытыусылар, ат­ҡаҙанған һәм билдәле сән­ғәт, мәҙәниәт эш­мәкәр­ҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тарихсылар саҡырылыуын да белдерҙе.
– Ашҡынып көтөп алған «Йәйләү»ебеҙ ул беҙҙең. «Йәйләү» ял итеү үҙәге – «Тормош һабаҡтары» фәнен ғәмәлгә ашырыу төйәге ул, йәғни беҙҙең быуын­дан-быуынға, быуаттар­ҙан-быуаттарға ҡаныбыҙ аша күсә килгән рухи байлығыбыҙ асҡысы, туған тел ҡеүәтен тойорға ла өйрәтә, – тине сығышында Мәр­йәм Сабирйән ҡыҙы.
Икенсе йыл рәттән «Йәйләү» йүнәлешле онлайн-сменаһының алмаштыр­ғыһыҙ етәксеһе булған Инсаф Йәмилев сәләмләп, ҡыҙҙар, малайҙарҙы әү­ҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Ул уҙасаҡ саралар менән дә ҡыҫҡаса таныштырып үт­те.
Ысынлап та, бик мауыҡтырғыс, бай программа әҙерләнгәйне. Йәйләүселәр йәйге иртәләрҙе «Йәйләү» гимнын йырлап, бейеп баш­лап ебәрһә, унан төрлө оҫталыҡ дәрестәре, мауыҡтырғыс осрашыуҙар, викториналар, конкурстар көтә ине. Һәр бер ырыуҙың атрибуттары менән дә таныштылар, ырыу гәзиттәрен сығарҙылар. Башҡорт бейеүҙәрен өйрәнделәр, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау сер­ҙәренә лә төшөндөләр. «Урал батыр» мәктәбен үтеү, шәжәрәне өйрәнеү ҙә бик фәһемле булды. «Баш­ҡорт­ос­тандың ете мөғжизәһе» менән танышып, республикабыҙ музейҙарына виртуаль сәйәхәт ҡылдылар. Хал­ҡыбыҙҙың милли уйындары хаҡында ла киң мәғлүмәт алдылар.
Онлайн-лагерь ябылыр алдынан үткән һабантуй ҙа һәр кемгә бик оҡшаны. Бында барлыҡ ырыу балалары ла ихлас ҡатнашты. Улар һабантуй башҡорттар­ҙың боронғо байрамы икәнлеген, бында башҡарыла тор­ған йолалар, халыҡта тәбиғәткә бәйле уйындар, күңел асыу саралары юҡҡа уйлап сығарылмағанын белде. «Triventy-Join game» селтәрендә ойошторолған бәйгелә ҡыҙҙар һәм малай­ҙар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, «Урал батыр» эпосы буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Барлығы 33 бәйгесе ҡатнашып, еңеүселәр һәм призёрҙар билдәләнде.
Ниһайәт, иң көтөп алған минуттар ҙа етте. «Йәйләү» онлайн-лагерында ял итеүселәрҙең сығыштары, яуап­тары мәрәйҙәр менән билдәләнә барғайны. Һәр бер сарала, конкурста әүҙем ҡатнашып, 19 уҡыусы – еңеүсе, 19 уҡыусы – призёр, 35 уҡыусы әүҙем ҡатнашыу­сы тип танылды. Ә иң күп 72 мәрәй йыйыусы Балтас районы Иҫке Балтас ауылынан Тимур Әхмәҙуллин булды. Еңеүсе, призёрҙар­ға – Мәғариф һәм фән ми­нистр­лығының иҫтәлекле бүләктәре, барлыҡ ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыласаҡ.

Тимур ӘХМӘҘУЛЛИН, Балтас районы Иҫке Балтас ауылы:
– Был лагерҙа мин икенсе йыл ҡатнашам. Үҙемә бик күп мәғлүмәт тупланым.
Киләсәктә илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып йәшәргә тейешбеҙ. Шуға күрә кесе йәштән өлкән быуынға ихтирамлы, кесеһенә иғтибарлы булырға кәрәк. Ойоштороу­сыларға бик ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә гөрләп эшләргә яҙһын!.

Айгизә ҒӘЛИУЛЛИНА, Туймазы районы Ҡандралағы Әcғәт Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәп уҡыусыһы:
– Бишенсе синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамланым. Төрлө урындарҙа ял итеп, әсәйемә булышып, каникул һиҙелмәй ҙә үтеп бара. Быйылғы ялым бик үҙенсәлекле булды: мин «Йәйләү – 2021» онлайн-сменаһында ҡатнаштым. Бында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәти саралар булды. Мин уларҙың береһенән дә ситтә ҡалмай, башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса көсөмдө һынап ҡараным, башҡорт донъяһы буйынса белемемде арттырҙым.
Миңә бигерәк тә Мәрйәм апай Бураҡаеваның «Урал батыр» дәрестәре оҡшаны. Ул беҙгә ябай ғына итеп ошо эпостың йөкмәткеһен асып бирҙе.
Ырыу темаһына арналған гәзит сығарыу эше айырыуса оҡшаны, хатта өләсәйем ярҙамында шиғыр ҙа яҙып ебәрҙем. «Йәйләү»ҙә беҙ тарихҡа ла күҙ һалдыҡ, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа ла уйнарға өйрәндек, бейенек тә, ваҡытты бушҡа уҙғарманыҡ.
Тиҙҙән уҡыуҙар башлана, ә мин алдағы йылдың «Йәйләү»ен көтөп ҡалам.

Динир ӘХМӘТЙӘНОВ, Белорет районы Абҙаҡ мәктәбе уҡыу­сыһы:
– Көн һайын яңы конкурстарҙа, викториналарҙа, ярыштарҙа, төрлө уйындарҙа ҡатнаштым, дәрестәрҙә белемемде арттырҙым. Барлыҡ сараларҙа ла әүҙем булырға тырыштым. «Урал батыр» эпосы менән таныштыҡ. Шәжәрәмде өйрәнеп, олатайҙарым тураһында белдем. Ырыуымдың атрибутикаһы менән гәзит эшләү оҡшаны. 52 мәрәй йыйып, еңеүсе булғас, бик ҡыуандым.

Айнур ҒӘЛИН, Баҡалы районы Баҡалылағы 1-се мәктәп уҡыу­сыһы:
– Бында мин рухи ял иттем, яңы һөнәрҙәргә өйрәндем, бығаса белмәгән мәғлүмәттәр тупланым. Туған телде байытыу буйынса күп саралар үткәрелде. Бөтә йәйләүселәр телебеҙҙе үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа үҙ өлөштәрен индерер, тип ышанам.

Рида БӘХТИЙӘРОВА, Архангел районы Благовещенка мәктәбе уҡыусыһы:
– «Йәйләү» онлайн-лагерында икенсе йыл рәттән ял итәм. Былтыр 6 уҡыусы ҡатнашып, дүртәүһе призёр булғайны. Быйыл да ситтә ҡалманыҡ. Мин Дарина менән – еңеүсе, өсәүебеҙ призёр булды. Был еңеүебеҙҙә башҡорт теленән уҡытыу­сыбыҙ Рәйфә Рамаҙан ҡыҙы Рамаҙанованың да өлөшө бар, остазыбыҙға, Инсаф ағайға һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Онлайн-лагерҙа викториналар үткәрелеүе, Мәрйәм апай Бураҡаеваның «Урал батыр» эпосын ентекләп аңлатыуы оҡшаны, төрлө райондарҙағы уйындар хаҡында белдем. Һабантуйҙа үҙемде байрамда йөрөгән һымаҡ хис иттем, музей­ҙарға виртуаль экскурсия ла бик фәһемле, матур булды.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

"Йәйләү"ҙә йәйләнеләр
"Йәйләү"ҙә йәйләнеләр
"Йәйләү"ҙә йәйләнеләр
"Йәйләү"ҙә йәйләнеләр
Читайте нас: