+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
20 Август 2021, 11:35

Анапаға сәйәхәт

Дияр менән Рания – бер туғандар.

Анапаға сәйәхәт
Анапаға сәйәхәт

Баш ҡаланың 108-се мәктәбендә тик «бишле» билдәләренә генә уҡыйҙар. Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, йәйге каникулды улар һағынып көтөп алды. Сөнки туғандар ата-әсәһе менән беренсе тапҡыр диңгеҙгә ял итергә йыйына.
– Поезда икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙе күҙәтеп барыу бик ҡыҙыҡ икән, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Дияр. – Төрлө ҡалаларҙы үттек, йыраҡтан булһа ла, Мамай ҡурғанындағы «Ватан-әсә саҡыра» скульптураһын күрҙек. Иҫ киткес ҙур һәйкәл! Әсәйем әйтеүенсә, бейеклеге буйынса ул донъяла туғыҙынсы урында тора. Ә көнъяҡҡа яҡынлашҡан һайын, эҫерәк була барҙы.
Ҡара диңгеҙ буйында урынлаш­ҡан ҡала-курорттарҙың береһе – Анапала ял иткән Фазлетдиновтар ғаиләһе. Ғаилә дуҫтары менән барғас, бергә бик күңелле булған. Рания һөйләүенсә, ҡояшта ҡыҙынып, диңгеҙҙә һыу инеп, һаулығын нығытырға теләүселәр бик күп икән.
– Диңгеҙ ҙур һәм матур. Рәхәтләнеп йөҙҙөк. Яр буйында нимә генә һатмайҙар! Бигерәк тә бешкән һутлы кукуруз оҡшаны. Беҙҙә булмаған төрлө-төрлө ағас­тар, сәскәләр үҫә. Юкка тигәне иһә сәнскеле булып сыҡты.
Туғандар ата-әсәһе менән ҡаланың динозаврҙар залында, балыҡтар һәм хайуандар күргәҙмәһендә, кәрәҙҙән яһалған һындар музейында булырға ла өлгөргән. Иҫтәлеккә сувенирҙар алып, сәйәхәттән яҡшы кәйефтә ҡайтҡандар. Һуңынан, һәр йылдағыса, Учалы районында йәшәгән өләсәһе менән олатаһы янына барып ял итеп, йорт эштәрендә лә ярҙамлашҡандар.
– Йәйге каникулыбыҙ файҙалы һәм күңелле үтеп бара, – ти Дияр менән Рания.

Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы.

Анапаға сәйәхәт
Анапаға сәйәхәт
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: