+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
24 Август 2021, 16:50

Мал йәнле ҡыҙыҡай

Тәбиғәтте, хайуандарҙы яратҡан ҡыҙ Эльмира Вәлиева. Ул – Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбенең III синыф уҡыусыһы. Аҡыллы, тырыш ҡыҙ тик "бишле" билдәләренә генә өлгәшә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар ала. Яҡташы Рәшит Назаровтың шиғырҙарын яттан белә.

Мал йәнле ҡыҙыҡай
Мал йәнле ҡыҙыҡай

 Йәйге ялын да ул файҙалы һәм күңелле үткәрә. Өйҙә ата-әсәһенә лә ярҙамлаша. Бигерәк тә ул йылҡы малын ярата. Шуға ла күп ваҡытын атаһына йылҡы, һарыҡ көтөшә. Буш ваҡытында китап, яратҡан "Йәншишмә" гәзитен, "Аҡбуҙат" журналын уҡый. Ҡалай маладис, Эльмира!

Мал йәнле ҡыҙыҡай
Мал йәнле ҡыҙыҡай
Мал йәнле ҡыҙыҡай
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: