+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
4 Сентябрь 2021, 13:50

Рәхәтләнеп ял иттек

Икенсе синыфты мин тик «бишле» билдәләренә генә тамамланым.

Рәхәтләнеп ял иттек
Рәхәтләнеп ял иттек

Атайым менән әсәйемде ныҡ һөйөндөрҙөм. Улар ҙа бүләк әҙерләгән. Атайым аквапаркка алып барҙы. Унда Динислам ҡустым менән туйғансы йөҙҙөк, уйнаныҡ.
Каникулымда ғаиләбеҙ менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Нөгөш һыуһаҡлағысына сәйәхәт тә ҡылдыҡ. Ағиҙел һыуының таҙалығына, тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡландым. Йылҡысыҡҡан күле янындағы Аҡбуҙат һыны бигерәк тә оҡшаны.
Теплоходта йөрөргә ине, тип хыяллана инем. Быйыл теләгәнем ҡабул булды. Беҙ Нөгөш буйлап теплоходта экскурсияла йөрөнөк, Ленин портретын, Батша пляжын, Мономах кәпәсен, Айыу ҡаяһын, «Ҡыҙҙың күҙ йәше» шишмәһен күрҙем. Капитандан рөхсәт алып, штурвалға тотоноп ҡараным. Ҡыуанысымдың сиге булманы.
Магнитогорск ҡалаһындағы «Мәңгелек ут» паркында урынлашҡан «Тылдан – фронтҡа» монументын да күрҙем. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоро эшселәре һәм һуғыш ветерандары иҫтәлегенә арналған. Урал йылғаһында йөҙҙөм, ҡустым менән пляждағы һындар янында уйнаныҡ.
Әбйәлил районы күлдәргә бай икәнен күптәр беләлер. Беҙ быйыл Суртанды күлендә ял иттек. Унда Динислам ҡустым менән рәхәтләндек кенә! Ярҙан алыҫ китһәң дә, күлдә һыуҙың бер кимәлдә булыуына аптыраным. Ҡус­тым йөҙә белмәһә лә, үҙен ышаныслы тотто, үҙ яйына йөрөнө.
Йәй көнө ял итеүе бигерәк күңелле! Дуҫтарым менән саф һауала төрлө уйындар уйнаныҡ, велосипедтарҙа уҙыштыҡ, балыҡ тоторға барҙыҡ.
Атайым менән әсәйемә лә ярҙам итергә онотманым. Баҡсалағы ҡый үләндәрен утаным, түтәлдәргә һыу һиптем. Быҙау­ҙарҙы алып ҡайттым, һыйырҙар­ҙы көтөүҙән ҡаршы алдым. Өләсәйем менән олатайыма ҡаҙ бәпкәләрен ҡараштым. Атайым менән һыйыр көтөүен көттөм.
Беренсе тапҡыр йәйәнән, автоматтан атып ҡараным, ярыш­тар­ҙа бүләктәр оттом. Каникулым шәп үтте, ә шулай ҙа мәктәпте, синыфташтарымды, уҡытыусыларымды ныҡ һағындым. Осраш­ҡас, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәҫ инде.

Динир ӘХМӘТЙӘНОВ.
Белорет районы,
Абҙаҡ мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: