+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
9 Сентябрь 2021, 14:20

Ҡарбуз менән ҡауын ныҡ уңды

Йәйге каникулым сәйәхәттән башланды.

Ҡарбуз менән ҡауын ныҡ уңды
Ҡарбуз менән ҡауын ныҡ уңды

Беҙ Учалылағы өләсәйемә барып ҡайттыҡ. Шифаханала ял иттем. Өфө ҡалаһында ла булдым. Яҡтыкүл менән Мулдаҡкүл буйында рәхәтләнеп һыу индек. Ә иң хәтерҙә ҡалғаны – үҙебеҙҙең Хәйбулла районының «Һаҡмар» шифаханаһындағы ял. Ул иҫ киткес матур урында – урман-таулы Йәнтеш ауылы янында ине. Эргәлә генә Һаҡмар, Мәләүез йылғалары ағып ята.
Шифаханаға республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ сит өлкәләрҙән дә бик күп балалар килгәйне. Беҙгә бында ныҡ күңелле булды. Иртәнсәк сәләмәтлек өсөн дауаланыу курстарын үтеп бөткәс, тәрбиәселәребеҙ төрлө саралар ойошторҙо. Һәр береһендә беҙ ихлас ҡатнаштыҡ. Ә шулай ҙа иң оҡшағаны, әлбиттә, эҫе йәй көнөндә йылға буйында ял итеү. Шифахананың бассейнынан тыш, беҙ йәмле Һаҡмар йылғаһына ла һыу инергә йөрөнөк. Унда ла ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ, рәхәтләнеп йөҙҙөк, сумдыҡ.
Бында үҙемә Өфөнән, Нуриман рай­онынан яҡын дуҫтар ҙа таптым. Улар менән әле лә хәбәрләшеп торам.
Йәй көнө мин ял итеп кенә ҡалманым, атай-әсәйемә ярҙам итергә лә өлгөрҙөм. Баҡсала сәскәләр, төрлө-төрлө йәшелсәләр үҫтерәбеҙ. Уларға һыу һибеп, ҡыйҙарын утап торҙом. Иң ҡыуанғаныбыҙ шул булды: ҡарбуз менән ҡауындарыбыҙ ныҡ уңды. Әллә ҡайҙан күренеп, күҙҙе ҡыҙҙырып яттылар. Хәҙер рәхәтләнеп уларҙы ашайбыҙ, туғандарыбыҙҙы һыйлайбыҙ. Бына бит ул йәйҙең шатлыҡтары!

Азалиә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Хәйбулла районы,
Сиҙәм мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: