+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәйге ял
11 Сентябрь 2021, 15:10

Мотоциклда йөрөргә өйрәндем

Быйылғы йәй эҫе көндәрен йәлләмәне.

Мотоциклда йөрөргә өйрәндем
Мотоциклда йөрөргә өйрәндем

Шуға ла йылғанан ҡайтып инмәнек, рәхәтләнеп һыу индек.
Ауыл ерендә йәшәгәс, атай-әсәйемдәр күп итеп мал, ҡош-ҡорт тота. Көтөү малдарын сират менән көтәбеҙ. Йәйҙең өсөнсө көнөндә үк беҙгә лә шундай көн етте. Алмаз ҡустым менән атайыма ярҙам иттек. Малдар туплауҙа саҡта ваҡыт күп. Бер мәл: «Атай, мотоциклда йөрөргә өйрәт әле!» – тип үтендем. «Ҡурҡ­маһаң, әйҙә!» – тине ул. Шулай итеп, көтөү ҙә көтөлдө, «һә» тигәнсә мотоциклда йөрөргә лә өйрәндем.
Йәй уртаһында Ишан зыяратына барҙыҡ. Ул Ауыр­ғазы районының Иҫке Тимешкә ауылы яғында икән. Легенда буйынса, бик күп йылдар элек, был тирәлә һыу булмаған, ти. Бер ваҡыт Йәғәфәр Ишан ауылға атында һыбай килгән. Аты тояғы менән ергә һуғыуы була, шул урында ер аҫтынан урғылып шишмә бәреп сыҡҡан, тип һөйләйҙәр. Уның һыуын тәмләп ҡараным. Һалҡын ғына, һыуһынды ҡандырҙы. Үҙе тәмле!
Тағы ла әсәйемдең тыуған ауылына барып ҡайттыҡ. Унда беҙ үҙебеҙ генә булманыҡ. Алдан һөйләшкәндәр икән, күп туғандар ҡайтҡайны, улар менән күрешеп, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Әсәйем әйтмешләй: «Туғанлыҡ ептәрен нығытып торорға кәрәк, үҙебеҙҙең нәҫелдәрҙе оноторға ярамай!»
Быйылғы йәй ҡоро, эҫе булыуға ҡарамаҫтан, баҡса гөрләп үҫте. Сөнки һыуҙы йәлләмәнек, күп итеп ҡой­ҙоҡ. Һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәне: ҡыяр, помидор, борос ишелеп уңды.
Урман да үҙенең йомартлығын күрһәтте. Ныҡ эҫе башланғансы үк кәрәгенсә еләген дә, мәтрүшкәһен дә йыйып, миндеген дә әҙерләп өлгөргәйнек.
Каникул осоро – ял мәле бит. Йәйге каникулымда дуҫтарым менән рәхәтләнеп туп уйнаныҡ, велосипедта йөрөнөк, ҡояшта ҡыҙындыҡ.
Тағы ла ҡыуаныслы хәбәр: ҡустым Алмаз беренсе синыфҡа барҙы. Хәҙер миңә күңелле, икәүләшеп мәктәпкә йөрөйбөҙ!

Әлиә ҒӘЛИЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһы.

Фото: tk-online.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: