+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Йәйге ял
17 Май 2022, 11:14

Юллама хаҡының кешбэгын нисек алырға?

Быйыл да илебеҙҙә балалар ялына ҡағылышлы кешбэк программаһы эшләй. Уның буйынса балалар лагерына түләнгән юллама хаҡының 50 процентын кире ҡайтарырға мөмкин. 

Юллама хаҡының кешбэгын нисек алырға?Юллама хаҡының кешбэгын нисек алырға?
Юллама хаҡының кешбэгын нисек алырға?

50 процентын, әммә 20 меңдән күберәк түгел.

Программала ҡатнашыу өсөн атай-әсәйҙәргә бер нисә ҡағиҙәне үтәргә кәрәк.

1. Юллама хаҡын «Мир» банк картаһы менән түләргә, ул https://privetmir.ru/ сайтында теркәлгән булырға тейеш.

2. Юлламаны https://мирпутешествий.рф/ сайтына инеп, «Балалар лагерҙары» тигән бүлектә һайларға.

Юлламалар 31 авгусҡа тиклем һатыла, ял итергә 30 сентябргә тиклем барырға мөмкин.

Ошо программа буйынса һатып алынған юлламаның тағы 30 процентын республика программаһы кире ҡайтара. Тик бала лагерҙан ял итеп ҡайтҡас, район мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас